07:55 (UTC+5), 14 Сентября 2018

Асҡар Абдразаҡов: Шаляпин исемендәге конкурсҡа Өфөгә донъяның ете иленән 45 йырсы килә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә XVI Халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале барышында Федор Шаляпин исемендәге II Халыҡ-ара йырсылар конкурсы уҙғарыла.
20-25 сентябрҙә башҡарыусылар төп бүләк — 350 мең һум өсөн көс һынаша. I премия лауреаты (ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар тауышы) — 200 мең һум, II премия лауреаты (ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар тауышы) — 150 мең, III премия лауреаты — ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар тауышы — 100 мең һум менән бүләкләнә. Шулай уҡ һәр береһе 50 мең һумлыҡ ике диплом һәм жюриҙың махсус приздары тапшырыла.
«Конкурстың ойоштороу комитетына Рәсәй, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең йәш башҡарыусыларынан 60-тан ашыу ғариза килгән. Беренсе турҙа ҡатнашыу өсөн донъяның ете иленән: Грузиянан, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан, Монголиянан, Испаниянан, Болгариянан һәм Рәсәйҙең 12 ҡалаһынан: Өфөнән, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Һамарҙан, Ҡазандан, Түбәнге Новгородтан һәм башҡаларҙан 45-тән ашыу йырсы һайлап алынған. Был юлы беҙ Гран-при хужаһын табырбыҙ тип ышанам», — тине матбуғат конференцияһында жюри рәйесе — Башҡортостандың халыҡ артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Асҡар Абдразаҡов.
24 сентябрҙә финал (икенсе) турына үткән конкурсанттар Артем Макаров етәкселегендәге симфоник оркестр оҙатыуында сығыш яһай. 25 сентябрҙә Федор Шаляпин исемендәге II Халыҡ-ара йырсылар конкурсы лауреаттары, опера сәхнәһе оҫталары менән бер рәттән, «Өфөлә Шаляпин кисәләре» опера сәнғәте фестивале концертында ҡатнаша.
Конкурс барышында жюри ағзалары менән оҫталыҡ дәрестәре үткәреү күҙаллана. Уның составына күренекле музыканттар һәм педагогтар, танылған сәнғәт эшмәкәрҙәре инде. Улар — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡорт опера һәм балет театрының баш дирижеры Артем Макаров; Мария театрының Йәш опера йырсылары академияһының художество етәксеһе Лариса Гергиева; Елена Образцованың Халыҡ-ара музыка академияһы директоры, йырсы Елена Макарова; З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы мөдире, профессор Фәрзәнә Сәғитова; Ҡаҙағстандың атҡаҙанған эшмәкәре, халыҡ-ара һәм милли конкурстар лауреаты, «Астана Опера» дәүләт опера һәм балет театрының төп солисы (сопрано) Жупар Ғабдуллина; Азербайжандың атҡаҙанған артисы, Азербайжан дәүләт академия опера һәм балет театры солисы (меццо-сопрано) Сабина Асадова.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының проекты һәләтле йәш башҡарыусыларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Конкурстың партнеры — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты.
Талантлы йәш башҡарыусыларға ярҙам итеүгә һәм йыр сәнғәтен популярлаштырыуға йүнәлтелгән конкурс 2016 йылда булдырылған. Беренсе премия эйәһе Артур Ҡәйепҡолов 2017 йылда «Онегин» милли опера премияһына лайыҡ булды. Конкурс лауреаты Айгөл Әхмәтшина 2017 йылда Ганс Габор исемендәге «Бельведер» халыҡ-ара опера йырсылары конкурсында I премияны алды, New Opera World халыҡ-ара опера конкурсы лауреты булды, «Ковент-Гарден» опера театрының йәштәр программаһына саҡырылды.
http://www.bashinform.ru/news/1210371-askar-abdrazakov-na-konkurs-im-shalyapina-v-ufu-priedut-45-vokalistov-iz-semi-stran-mira-/
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика