09:40 (UTC+5), 13 Сентября 2018

Олег Ханов: «Театр төнөндә беҙ тамашасынан яңы миҙгелгә фатиха алабыҙ»

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Йолаға әүерелгән «Театр төнө» мәҙәни акцияһына республиканың барлыҡ театрҙары ҡушылды.
М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры бай программа тәҡдим итте һәм бик күп тамашасылар йыйҙы. Театр алдындағы майҙанда әкиәт геройҙары, «Самрау» балалар театр студияһы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығында интерактив тамаша ойошторолдо.
Фойела костюмлаштырылған театр оркестры уйнаны. Театрҙың һәр кулуарында тамашасыларҙы төрлө спектакль геройҙары ҡаршы алды. Буфет менюһы ла үҙгәргәйне: «Ғафаровса кәтлиттәр», «Ирсаева териякиһы», «Прометей бауыры», «Бөҙрә Хайсарчик» торты, «Бәхет хаҡы» ваҡ бәлеше, «Бабуськ@» дучмагы һәм башҡа фирма ризыҡтары бар ине.
Кинематографистар акцияға тәүге тапҡыр ҡушылды. «Башҡортостан» киностудияһы менән берлектә кинопробалар ойошторолдо. Теләгән һәр кем үҙен «Титаник», «Гәүһәр ҡул» һәм башҡа популяр фильмдарҙа һынап ҡарай алды.
Йыйылыусыларҙы сәхнәнән «Башҡортостан» киностудияһы директоры Юнир Әминев, режиссерҙар Булат Йосопов һәм Роман Пожидаев, танылған режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова сәләмләне, ул башҡорт театрының 100 йыллығына арналған документаль фильм төшөрөү тураһында иғлан итте. «Театр төнө»нән кадрҙар ҙа ошо картинаға индерелә.
«Беҙҙә «Театр төнө» дүртенсе йыл уҙғарыла, коллектив был акцияға ныҡ әҙерләнә. Актерҙарға тамашасылар алдына образдар аша сығыу түгел, ә күҙмә-күҙ ҡарап аралашыу ҡыҙыҡлы. Беҙ тамашасы менән бәйләнеште нығытабыҙ һәм унан яңы миҙгелгә фатиха алабыҙ, — ти театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов. — Бөтә саралар ҙа бушлай уҙғарыла һәм төн уртаһында тамамлана. «Театр төнө» һәр саҡ ҙур байрамға әүерелә».
Ҙур залда тамашасылар театрлаштырылған тамаша һәм М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары ҡатнашлығындағы ҡыҫҡа метражлы фильмдар ҡараны. Тамашаны барыһын ла яҡшы таныш Римма Ҡаһарманова менән Руслан Хайсаров алып барҙы.
«Театр төнө»ндә Бәләкәй сәхнәлә Туфан Миңнуллиндың «Эҙләнем, бәғерем, һине» спектаклен ҡуйҙылар. Шулай уҡ Шәүрә Шәкүрованың «Зәңгәр томандар артында» тигән яңы пьесаһын уҡынылар.
http://www.bashinform.ru/news/1210252-oleg-khanov-v-teatralnuyu-noch-my-poluchaem-ot-zritelya-blagoslovenie-novomu-sezonu/
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика