12:00 (UTC+5), 13 Сентября 2018

Өфөлә шағир һәм журналист Рим Иҙиәтуллин арабыҙҙан китте

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә шағир һәм журналист Рим Иҙиәтуллин арабыҙҙан китте. «Кызыл таң» гәзитендә хәбәр итеүҙәренсә, ул бөгөн иртән вафат булған. Мәрхүм менән хушлашыу Саҡмағош районында уҙа.
Рим Зиннәтулла улы Иҙиәтуллин 1940 йылдың 23 февралендә Саҡмағош районының Яңы Мортаза ауылында тыуған. Дүрт йыл заводта эшләп, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға ингән. Хеҙмәт юлын «Кызыл таң» гәзите редакцияһында башлаған. 1987-1992 йылдарҙа «Һәнәк» журналының – әҙәби хеҙмәткәре, 1992-2000 йылдарҙа «Кызыл таң» гәзитенең төрлө бүлексәләре мөдире булып эшләгән.
Уның шиғырҙары студент йылдарында уҡ республика гәзит-журналдары биттәрендә баҫылып сыҡҡан. Улар рус, украин, татар, башҡорт телдәрендә сыҡҡан.
Уның «Хәйерле иртә» (1983), «Хәйерле көн» (1996), «Хәйерле кис» (2007) тигән өс китабы донъя күргән. Рим Зиннәтулла улы республикала иң яҡшы юмор оҫталарының береһе булды һәм оҙаҡ йылдар ошо жанрҙа уңышлы хеҙмәт итте. «Кызыл таң» гәзитендә эшләгән йылдарҙа «Тетәбикә һәм Ғәҙелйән», «Кызык таң» юмористик биттәре авторы булды.
Рим Иҙиәтуллин – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Татарстан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
http://www.bashinform.ru/news/1210347-v-ufe-ushel-iz-zhizni-poet-i-zhurnalist-rim-idiyatullin/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика