11:19 (UTC+5), 12 Сентябрь 2018

Өфөлә Рөстәм Хәмитов «Ҡатындар» трилогияһы авторы Гөлнур Яҡупованы бүләкләне

Динар Кәлимуллин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов билдәле яҙыусы, «Ҡатындар» трилогияһы авторы Гөлнур Яҡупованы Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне. Бөгөн Өфөлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы уҙҙы.
«Мин — бар донъяла танылған бөйөк башҡорт әҙәбиәтенең бер ҡәләме, тиңһеҙ «Урал батыр» эпосын ижад иткән халыҡтың әҙибәһе. Әҫәрҙәремдең уҡыусыларымдың һөйөүен яулауына мин бик бәхетлемен. Ә инде халыҡтың фекеренә ҡолаҡ һалып, әҙәбиәткә шундай иғтибар белдергәне өсөн хөкүмәтебеҙгә, шәхсән һеҙгә, Рөстәм Зәки улы, бик рәхмәтлемен. Киләсәктә лә ҡәләмем тирбәлгәндә башҡорт әҙәбиәтенә хеҙмәт итергә вәғәҙә итәм», — тине яҙыусы.
Гөлнур Яҡупова – билдәле прозаик, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. Ярты быуаттан ашыулыҡ хеҙмәт, ижади эшмәкәрлеген башҡорт журналистикаһын үҫтереүгә бағышланы, милли әҙәбиәтебеҙҙе сағыу әҫәрҙәр менән байытты.
Уның шиғырҙары, хикәйәләре, повестары, «Ҡатындар» трилогияһы әҙәбиәт тәнҡитселәренең юғары баһаһын алды һәм республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә китап уҡыусылар араһында популярлыҡ яуланы. Трилогия бер нисә тапҡыр республикала иң уҡымлы китап тип танылды. Яҙыусы балалар әҙәбиәте өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Уҡыусылар, студенттар менән йыш осраша. Тыуған Ғафури районында 17 йыл рәттән үҙ аҡсаһына уҡыусылар араһында «Өмөтлө ҡәләм» ижади конкурсын уҙғара.
http://www.bashinform.ru/news/1209734-v-ufe-rustem-khamitov-nagradil-avtora-trilogii-zhenshchiny-gulnur-yakupovu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика