06:40 (UTC+5), 12 Сентября 2018

Өфөлә «Үҙ ағасыңды ултырт» акцияһы сиктәрендә Журналистар аллеяһы һалынды

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Кисә Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары Урмансылар паркында Журналистар аллеяһын ултыртты.
«Үҙ ағасыңды ултырт» акцияһы сиктәрендә махсус һайланған майҙансыҡта 40 төп тирәк ултыртылды.
Акцияға республиканың гәзит-журналдары, радио, телевидение һәм интернет киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ҡушылды.
«Башинформ» агентлығы һәм Ижтимағи электрон гәзит журналистары ла үҙ ағастарын ултыртты.
«Журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнөн уҙғарыу менән бәйле был акцияға ҡушылырға теләк белдерҙек, - тип хәбәр итте Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков. - Һәр ағас эргәһенә таҡта ҡуйыласаҡ».
Урман хужалығы министры урынбаҫары Салауат Бәхтиәров акцияны даими уҙғарыу күҙаллана тип билдәләне.
Рәсәй Урман хужалығы йыл һайын «Йәшә, урман!» бөтә Рәсәй акцияһы иғлан итә. Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттары был акцияға ҡушыла. Уның мәғәнәһе һәм төп маҡсаты – үҫеп килгән быуынға экологик белем биреү һәм ағас ултыртыу, урман үҫтереү һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереү саралары.
«Башҡортостан акцияла йыл һайын ҡатнаша. Былтыр унда 15 мең кеше үҙ өлөшөн индерҙе. Быйыл, Волонтер, ирекмән йылын иҫәпкә алып, ҡатнашыусылар һаны бермә-бер артыр тип ышанабыҙ», — тине Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айрат Искәндәров.
http://www.bashinform.ru/news/1209303-v-ufe-v-ramkakh-aktsii-posadi-svoe-derevo-zalozhili-alleyu-zhurnalistov/
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика