06:00 (UTC+5), 10 Сентября 2018

Марсель Сәлимов – XXI быуат әҙәбиәтенә өлөшө өсөн Евразия халыҡ-ара премияһы лауреаты

Алихан Мусатаев, Ленар Шаехов
Алик Шакиров
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Мәскәүҙә мәҙәниәт, әҙәбиәт һәм фән өлкәһендә Евразия халыҡ-ара премияһын бүләкләү тантанаһы үтте. Евразия мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә һәм ғилеменә тос өлөш индергән төрлө илдәрҙән күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар һәм ғалимдар биш йыл элек Евразия ижад берлеге ойошторған дәрәжәле премия лауреаттары булды. Бүләкләнеүселәр иҫәбендә – билдәле башҡорт һәм Рәсәй яҙыусыһы-сатирик Марсель Сәлимов (Мар.Сәлим).
Уны халыҡ-ара премияға Евразия ижад гильдияһы (Лондон) Мар.Сәлимдең иҫәп буйынса ҡырығынсы инглиз телендә «The Book Which Has Never Been Written Before» китабын сығарған «Hertfordshire Press» нәшриәт йорто менән берлектә тәҡдим итте.
Уҙған көндәрҙә Мәскәү ҡалаһы көнөндә, 31-се Мәскәү халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә булғандан һуң, абруйлы ҡунаҡтар – Евразия премияһы лауреаттары, билдәле Рәсәй һәм сит ил яҙыусылары, шағирҙары, публицистары, ғалимдары һәм артистары бөйөк рус актрисаһы Мария Ермолова йорт-музейына килде. Бында уларҙы дуҫтарҙың йылы осрашыуы, коллегаларҙың сығыштары, Ҡаҙағстан сәнғәт оҫталарының иҫ киткес концерты, еңеүселәрҙе бүләкләү көттө.
Марсель Сәлимовҡа Алтын миҙалды һәм Иҫтәлекле статуэтканы тапшырып, Евразия ижад берлеге президенты Карина Сарсенова, уның халыҡ-ара әҙәби бәйләнештәр үҫешенә тос өлөш индереүен айырыуса баһалап, яҙыусы-сатириктың ижадына юғары баһа бирҙе. Яңы ғына лауреат булған шәхес Ҡаҙағстан Республикаһы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Нурлан Оразалин, Ҡаҙағстан Республикаһының атҡаҙанған эшмәкәре, бөтә донъяға танылған виртуоз скрипкасы, Азия-Тымыҡ океан төбәге Оркестрҙар альянсы директорҙарының береһе Марат Бисенгалиев, Евразия ижад берлеге президенты, «Ks Pproduction» продюсерлыҡ үҙәге генераль продюсеры Карина Сарсенова һәм «Caspian University» университеты ректоры (Алма-Ата) Жолдасбек Нусенов ҡул ҡуйған халыҡ-ара сертификат алды.
Залда ултырған Халыҡ-ара ижади хеҙмәткәрҙәр ассоциацияһы президенты Виктор Никеров Марсель Сәлимовҡа «Кто есть кто: Всемирное издание» биографик инновацион белешмәнең 21-се баҫмаһын бүләк итте. Был белешмәлә башҡорт юморисының биографияһы һәм ҡаҙаныштары тураһында мәғлүмәт яҙылған.
Билдәләп үтергә кәрәк, яңыраҡ Рәсәй Яҙыусылар союзының Мәскәү ҡала ойошмаһы эгидаһы аҫтында рус һәм инглиз телдәрендә 3000 дана булып «Лучшие поэты и писатели России 2017» белешмәһе баҫылып сыҡты. Белешмә бөтә халыҡ-ара әҙәби сараларҙа күрһәтеләсәк, шулай уҡ нәшриәтселәрҙе авторҙар менән таныштырыу маҡсатында китап нәшриәттәренә тапшырыласаҡ. Унда Мар.Сәлимдең биографик белешмәһе һәм уның ижады тураһында Сергей Михалковтың, Мостай Кәримдең, Валерий Ганичевтың, Рәсәй Федерацияһы Президенты Советнигы, Рәсәй Президенты ҡарамағында Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе, Рәсәй Журналистар союзы секретары Михаил Федотовтың әйткән фекерҙәре баҫылып сыҡҡан.
http://www.bashinform.ru/news/1208475-marsel-salimov-laureat-evraziyskoy-mezhdunarodnoy-premii-za-vklad-v-literaturu-xxi-veka-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика