13:57 (UTC+5), 09 Сентября 2018

Яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов: «Һайлауға барыу өсөн төндә Башҡортостанға ҡайтып еттем»

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Бөгөн республикабыҙ яҙмышы — беҙҙең ҡулдарҙа. Әгәр һәр ҡайһыбыҙ был көндә яуаплылыҡ күрһәтеп, лайыҡлы кандидат өсөн тауыш бирһә генә тормошобоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртә алабыҙ», — тип белдерҙе яҙыусы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Айгиз Баймөхәмәтов.
Яҙыусы тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн кисә төндә һуң ғына Силәбе өлкәһенән ҡайтып етеүе хаҡында һөйләне.
«Иртән үк үҙемдең һайлау участкаһына барҙым, әле бер тапҡыр ҙа һайлауҙан ситтә ҡалғаным юҡ, сөнки был — минең гражданлыҡ бурысым, — ти Айгиз Ғиззәт улы. — Һайлау кампанияһының нисек әүҙем барыуын барыбыҙ ҙа күрҙек. Депутатлыҡҡа кандидаттар бик күп осрашыуҙар үткәрҙе, алыҫта урынлашҡан ауылдарға ла барып етте. Һайланғандан да һуң да улар халыҡ менән шулай йышыраҡ осрашһын ине».
Әлеге ваҡытта яҙыусы шартлы рәүештә «Алдаҡсы» тип аталған яңы китабы өҫтөндә эшләй. Повесть Ғаилә йылына арналған. Был — танылған яҙыусының Ғаилә йылында донъя күргән алтынсы китабы була.
Ошо көндәрҙә яҙыусы Мәскәүҙә түңәрәк өҫтәлдә ҡатнаша, унда милли әҙәбиәтте пропагандалау буйынса мәсьәләләр ҡарала. Ул сараға эксперт итеп саҡырылған. Һуңынан Айгиз Баймөхәмәтов Астана ҡалаһына Евразия яҙыусылары форумына оса.
http://www.bashinform.ru/news/1207976-pisatel-aygiz-baymukhametov-pozdno-nochyu-vernulsya-v-bashkiriyu-chtoby-priyti-na-vybory/
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика