13:02 (UTC+5), 09 Сентября 2018

Цюрихта башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың тәүге осрашыуы уҙҙы

Айһылыу Йәнтүрина-Дарлестан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Цюрихта Швейцарияла һәм Германияла йәшәгән ике туғандаш халыҡтың — башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың осрашыуы уҙҙы.
Женеванан ситтә беренсе осрашыуҙы Швейцариялағы «Юлдаш» башҡорт-татар ассоциацияһы ойошторҙо. «30-ҙан ашыу ватандашыбыҙ килде, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына яҡташыбыҙ, Берләшкән Милләттәр ойошмаһы агентлығы хеҙмәткәре Айһылыу Йәнтүрина-Дарлес. — Таныштыҡ, ихлас аралаштыҡ, тәжрибә уртаҡлаштыҡ һәм берлектәге проекттарҙы тикшерҙек. Өҫтәл милли ризыҡтар менән тулы ине — сәк-сәк, өсмөйөш, бал».
Агентлыҡ әңгәмәсеһе һүҙҙәренсә, ҡунаҡтарҙың фортепианола, ҡумыҙҙа уйнауы байрамға үҙенсәлекле биҙәк өҫтәне. Байрам Ғабдулла Туҡайҙың «Туған тел» шиғырына ижад ителгән йырын күмәкләп башҡарыу менән тамамланды.
«Бәйләнеш булдырылды — хәҙер киңәйергә һәм хеҙмәттәшлек итергә уйыбыҙ бар. Цюрихта ла, Женевала ла берлектәге аш-һыу оҫталыҡ дәрестәрен һәм телде өйрәнеү курстарын ойошторорға ниәтләйбеҙ», — тип хәбәр итте Айһылыу.
Швейцариялағы «Юлдаш» башҡорт-татар ассоциацияһы ватандаштарыбыҙ ҡатнашлығындағы ошондай сараларҙы йыш уҙғара. Йыл һайын ойошторолған күп милләтле Һабантуй — сағыу байрамдарҙың береһе.
http://www.bashinform.ru/news/1208001-v-tsyurikhe-vpervye-proshla-vstrecha-bashkir-i-tatar/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика