09:30 (UTC+5), 07 Сентября 2018

Башҡорт моделе Эльвира Ишморатова донъя фэшн-рекордын ҡуйырға ярҙам итте

Сергей Арзуманян
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт моделе Эльвира Ишморатова донъяла 55 йәштән өлкәнерәк моделдәрҙең күмәк фэшн-шоуын ойоштороуҙа ҡатнашты.
Илебеҙҙең баш ҡалаһында «Мәскәүҙә ғүмер оҙайлығы» проекты сиктәрендә «Мәскәү ханымы-2018» конкурсы уҙҙы. «Зарядье» паркында Рәсәйҙең билдәле дизайнерҙарынан дефилела 211 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Сарала «Мода күрһәтеүҙә ҡатнашҡан иң күп өлкән йәштәге кешеләр» рекорды ҡуйылды.
Иң матур, ҡупшы һәм стилле тигән исемде яулау өсөн 55 йәштән өлкән гүзәл заттар көс һынашты. Улар үҙҙәренең ижади һәләттәрен күрһәтте һәм подиумда билдәле Мәскәү дизайнерҙарының кейем-һалым коллекцияһы менән таныштырҙы.
«Мин Белоруссия модельеры, етендән кейем коллекцияһын әҙерләгән Наталья Гайдаржи менән эшләнем, — тип һөйләне Эльвира Ишморатова. — Йәш, үлсәмдәр буйынса сикләүҙәр юҡ. Моделдәр араһында үҙемдең проектымда ҡатнашҡан ханымдар, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Надежда Крыгина һәм бик күп сағыу, сибәр ҡатын-ҡыҙҙар бар ине».
Эльвира Ишморатова — fashion-модель, Stikhia студияһы — тәбиғи матурлыҡты пропагандалаған проект етәксеһе, халыҡ-ара гүзәллек конкурстары еңеүсеһе.
http://www.bashinform.ru/news/1206590-bashkirskaya-model-elvira-ishmuratova-pomogla-ustanovit-mirovoy-feshn-rekord-/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика