05:00 (UTC+5), 06 Сентября 2018

Башҡортостан Иран менән хеҙмәттәшлек үҫешенә иғтибар бүлә – Рөстәм Хәмитов

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ирандың Мәҙәниәт һәм ислам бәйләнештәре буйынса ойошмаһы етәксеһе Абузар Эбрахим Торкаман менән осрашты. Башҡортостан Республикаһының һәм Иран Ислам Республикаһының мәҙәниәт, мәғариф, фән өлкәһендә эшмәкәрлек мәсьәләләре өйрәнелде.
- Беҙ Иран менән күп яҡлы хеҙмәттәшлек үҫешенә ҙур әһәмиәт бирәбеҙ. Хеҙмәттәшлектә мәҙәниәт өлкәһе айырым урын биләй, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.
Былтыр республика беренсе Рәсәй-Иран социаль-мәҙәни форумын ҡабул итте, быйыл Башҡортостанға һәм Мәскәүгә Рәсәйҙә Иран мәҙәниәте аҙналығын ҡабул итеү хөрмәте тейҙе, тип хәтергә төшөрҙө Рөстәм Хәмитов. Төбәк етәксеһе республикабыҙҙа Рәсәй-Иран форумдарын үткәреү яҡшы йолаға әүерелер тигән ышыныс белдерҙе, шулай уҡ Иранды Башҡортостанда уҙасаҡ халыҡ-ара форумдарында һәм 2020 йылда Бөтә донъя Фольклориадаһында ҡатнашырға саҡырҙы.
- Беҙҙең планда – Башҡортостандың һәм Ирандың мәҙәниәт һәм сәнғәт ойошмалары араһында үҙ-ара эшмәкәрлекте дауам итеү. Рәсәй һәм Иран төбәктәре араһында тура мәҙәни хеҙмәттәшлек нығына. Оҙаҡламай Ирандың Үҙәк провинцияһы менән килешеү төҙөйбөҙ. Был килешеү менән ике яҡлы партнерлыҡ үҫеше билдәләнәсәк, - тине Рөстәм Хәмитов.
- Башҡортостан Республикаһы һәм Иран Ислам Республикаһы араһында мәҙәни хеҙмәттәшлекте булдырыу бөтәбеҙ өсөн дә яҡшы буласаҡ. Башҡортостан Республикаһы менән байтаҡ мәҙәни берлектәребеҙ бар. Беҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, мәҙәниәттәр бик оҡшаш, – тине Абузар Эбрахим Торкаман. – Беҙҙең ҡарашҡа, беҙ әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтерә алабыҙ. Нәҡ шуға Һеҙҙең исемгә Башҡортостан Республикаһы менән мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү, меморандум проекты йүнәлтелде. Һеҙҙән һәм федераль органдарҙан яуап көтәбеҙ. Документ әҙер булғас, беҙ уға ҡул ҡуйырбыҙ.
Килешеү, атап әйткәндә, берләштерелгән фестивалдәр, кинофестивалдәр, алмашлап Башҡортостандың һәм Ирандың мәҙәниәт көндәрен уҙғарыуҙы күҙ уңында тота, тип билдәләне Абузар Эбрахим Торкаман.
1 из 4
http://www.bashinform.ru/news/1206272-bashkortostan-udelyaet-vnimanie-razvitiyu-sotrudnichestva-s-iranom-rustem-khamitov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика