11:00 (UTC+5), 05 Сентября 2018

Гөлназ Ҡотоева Сеулда лидерлыҡ буйынса конференцияла Башҡортостан исеменән сығыш яһаны

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 20 августан 30-на тиклем Көньяҡ Кореяла «Заманыбыҙҙың мөһим мәсьәләләрен хәл итеү: парламентарийҙарҙың һәм дини лидерҙарҙың яуаплылығы» темаһына лидерлыҡ буйынса 32-се Халыҡ-ара конференция уҙҙы. Сара Бөтөн донъя тыныслығы федерацияһы башланғысы буйынса ойошторолған.
Ҡунаҡ сифатында яҙыусы, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы идараһы ағзаһы, Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союздары ағзаһы Гөлназ Ҡотоева саҡырылғайны.
Форумда урында, милли, төбәк һәм глобаль кимәлдә осрашырға тура килгән мөһим проблемаларҙы инновацион хәл итеү юлдары ҡаралды. Климаттың үҙгәреүе, экстремистик идеологиялар таратыу, гуманитар һәләкәттәр һәм конфликттар кеүек темалар тикшерелде. Бөтөн донъя тыныслыҡ федерацияһын ойоштороусыларҙың береһе, доктор Мун Хан Хак Джа барлыҡ ҡунаҡтарҙы Бөтә донъяла Тыныслыҡ өсөн фатиха биреү тантанаһында ҡатнашырға саҡырҙы. Был көндә 4000 пар Донъя фатихаһын алды, интернетта улар 200 мең ине. Улар Ерҙә тыныслыҡ булһын өсөн мөхәббәттә һәм татыулыҡта йәшәргә ант бирҙе.
«Бөтөн донъяла тыныслыҡ кеүек мөһим бурыстарҙы хәл итеүҙе эҙләгән сарала ҡатнашыу, технологик ил менән танышыу, башҡа төбәктәрҙәге һәм илдәрҙәге коллегалар менән аралашыу журналисҡа онотолмаҫ тәьҫораттар бирә. Сеулға сәйәхәт күңелемдә юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы, тиҙҙән журналда ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәрем һәм уйланыуҙарым менән уртаҡлашырмын», — тине Гөлназ Ҡотоева.
http://www.bashinform.ru/news/1205939-gulnaz-kutueva-predstavila-bashkortostan-na-konferentsii-po-liderstvu-v-seule/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика