12:12 (UTC+5), 05 Сентября 2018

Өфөлә Владимир Спиваковтың скрипкасылар конкурсы еңеүсеһе уникаль скрипка менән бүләкләнә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында Владимир Спиваковтың II халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы еңеүсеһе уникаль скрипка менән бүләкләнә. 21 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залындағы гала-концертта еңеүсегә 1912 йылда итальян оҫтаһы Риккардо Антониацци яһаған уйын ҡоралы тапшырыла.
Владимир Спиваковтың I скрипкасылар конкурсы еңеүсеһе Даниэль Лозакович 19 быуат оҫтаһы Карло Джузеппе Оддоне (Турин) ҡоралына эйә булғайны.
2018 йылда 2-се һәм 3-сө премия өсөн Жюль Гранджон (Париж, 1848 йыл) һәм Игорь Улицкий (Мәскәү, 2017 йыл) яһаған ҡоралдар менән бүләкләү ҡаралған. Бүләк фондында 1000-шәр долларлыҡ ике айырым премия һәм конкурстың художество етәксеһе Владимир Спиваковтан махсус приздар ҙа бар.
Өфөлә — маэстроның тыуған ҡалаһында ике йыл элек ойошторолған скрипкасылар конкурсына әҙерлек әүҙем бара. Бәйге 17 сентябрҙә башлана һәм дүрт көн дауам итә.
Һайлап алыу турын 16-26 йәшлек 12 башҡарыусы үтте. Улар — Иссеи Курихара (Япония), Мария Дуэньяс (Испания), Федор Безносиков (Рәсәй), Степан Стариков (Рәсәй), Ким Юджин (Көньяҡ Корея), Софи Рохлин (Израиль), Азат Нурғаянов (Рәсәй), Анна Мильман (Испания), Асия Ғарипова (Рәсәй), Ольга Голомовзюк (Рәсәй), Мерили Леотоотс (Эстония) һәм Деннис Гасанов (Рәсәй).
Конкурсанттарҙың сығышын күренекле скрипкасы Михаилом Копельман етәкселегендәге халыҡ-ара жюри баһалай. Жюри составында Владимир Спиваков (Рәсәй), Борис Кушнир (Австрия), Цянь Чжоу (Сингапур), Такаси Симидзу (Япония), Сергей Догадин (Рәсәй) эшләй.
Конкурс тураһында тулыраҡ — рәсми сайтта.
http://www.bashinform.ru/news/1205953-v-ufe-pobeditelyu-konkursa-skripachey-vladimira-spivakova-podaryat-unikalnuyu-skripku/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика