11:40 (UTC+5), 03 Сентябрь 2018

«Тамыр» телеканалының ике эше «МедиаБренд» конкурсы исемлегенә инде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Тамыр» телеканалының ике эше «МедиаБренд» конкурсы исемлегенә инде.
150 телевизион индустрия белгесенән торған VI МедиаБренд конкурсы жюрийы үҙ эшен тамамланы. Жюри 579 эште ҡараны. Онлайн-тауыш биреү йомғаҡтары буйынса конкурс исемлеге төҙөлдө.
Финалсылар эштәрен инглиз телендәге титрҙар менән биҙәүгә тотонған, сөнки еңеүселәрҙе билдәләгән эксперт жюрийына сит ил медиа-белгестәре лә инә.
Финалсылар иҫәбендә — «Тамыр» телеканалының ике эше. «Бирешмә!» үҫмерҙәр өсөн беренсе башҡорт сериалының видеороликтары «Төбәк телевидениеһының иң яҡшы проморолигы» номинацияһында иң көслөләр иҫәбенә инде. Ә «Йәй» роликтары «Иң яҡшы оператор эше» номинацияһында финалға үтте.
Башҡортса роликтар инглиз телендәге титрҙар менән бирелгән.
«МедиаБренд» промоушен һәм электрон медиа дизайны конкурсы финалына эләгеү — һәр телевизион команда өсөн юғары баһа, — ти «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Бер юлы ике номинацияла иң көслөләр иҫәбенә инербеҙ тип көтмәгәйнек. Ошо эште башҡарып сыҡҡан егет-ҡыҙҙар, ысынлап та, үҙ эшенең оҫталары».
«Йәй» роликтарын — оператор Руслан Бикбаев, режиссер Адель Һөнәрғолова һәм мөхәррир Татьяна Никитина, «Бирешмә!» сериалы роликтарын — режиссер Гөлсәсәк Игебаева, монтаж режиссеры Дамир Сәлимов һәм продюсер Гөлшат Ғәлиуллина эшләгән.
Бүләкләү тантанаһы һәм брендинг, промоушен һәм электрон киң мәғлүмәт сараларында дизайн мәсьәләләренә арналған конференция 12 сентябрҙә Мәскәүҙә уҙа.
1 из 7
http://www.bashinform.ru/news/1204821-dve-raboty-telekanala-tamyr-voshli-v-short-list-konkursa-mediabrend/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика