12:16 (UTC+5), 31 Август 2018

Студенттарҙы асыҡ һауалағы «Сәләм, студент!» байрамына саҡыралар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 8 сентябрҙә Өфөләге Салауат Юлаев майҙанында ҡаланың уҡыусы йәштәре өсөн «Сәләм, студент!» байрамы ойошторола.
Быйылғы сараның хедлайнеры — Ленар Белый, тип хәбәр итте радиожурналист Гүзәл Ситдиҡова. Байрамда Минзәлә Яхина, Айгиз Ишмырҙин, «Бәхетле» төркөмө, Наил Башстайл һәм башҡа йырсылар сығыш яһай. Шоу-программаны Филүс Ҡасимов, Йәмил Ишмөхәмәтов һәм Ғәзиз Әбделмәнов алып бара.
Программала — уйындар һәм конкурстар, байрам ҡунаҡтарының сығышы, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары концерты, шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүешенә саҡырған саралар.
Тамашасылар араһында айфон һәм гироскутер уйнатыла. Беренсе курс студенттарын да бүләктәр көтә.
Яңы уҡыу йылы башланыуға арналған күңелле сараны «Юлдаш» радиоһы һәм Өфөнөң Киров районы уҙғара. Шоу 15-се тапҡыр ойошторола. Баш ҡалабыҙҙағы күркәм байрамдарҙың береһендә йыл һайын Өфөнөң һәм республиканың төрлө уҡыу йорттарынан 10 меңдән ашыу студент ҡатнаша. Бер йылы хатта 17 мең кеше булып киткәйне.
Байрамдың идеяһы — республика халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йәмәғәтселектең иғтибарын арттырыу, йәштәр араһында толерантлыҡты һәм үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыу.
http://www.bashinform.ru/news/1204238-studentov-priglashayut-na-prazdnichnoe-meropriyatie-pod-otkrytym-nebom-salyam-student-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика