10:38 (UTC+5), 29 Август 2018

Театр төнөндә Башҡорт театры тамашасыларҙы «Ғафаровса кәтлиттәр» һәм «Бөҙрә Хайсарчик» торты менән һыйлай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 12 сентябрҙә республиканың барлыҡ театрҙары «Театр төнө» акцияһында ҡатнаша.
М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры тамашасыларға театр буфетынан фирма ризыҡтарын — «Ғафаровса кәтлиттәр», «Ирсаева териякиһы», «Бөҙрә Хайсарчик» тортын тәҡдим итергә вәғәҙәләй.
Тамашасылар байрам кәйефен тупһанан уҡ тоя ала: киске 7-се яртыла театр алды майҙанында Руслан Хайсаров үҙ командаһы менән тамашасылар менән интерактив уҙғара. Әкиәт геройҙары ҡыҙыҡлы уйындар ойоштора, улар балаларға ла, уларҙың ата-әсәләренә лә ҡыҙыҡлы булмаҡсы.
Төп саралар театр фойеһында киске 8-се 15 минутта башлана, беренсе ҡатта тамашасыларҙы композитор Урал Иҙелбаев етәкселегендә театр оркестры ҡаршы ала.
Икенсе ҡатта төрлө ролдәргә кастингта ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Кастингты «Башҡортостан» киностудияһы хеҙмәткәрҙәре үткәрә. Проекттың был өлөшөн актер Урал Әминов алып бара. Уның һөйләүенсә, теләгән һәр кем костюмдар кейеп, грим һалып, үҙен киноактер ролендә һынап ҡарай ала.
Тамашасыларҙы театрҙың Көрән залында танылған кинорежиссер Булат Йосопов көтөп ҡала. Ул унда оҫталыҡ дәресе уҙғара.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, рәссам-бутафор Анатолий Жучковтың мауыҡтырғыс күргәҙмәһе менән танышырға һәм бутафор кәрәк-яраҡтарын әҙерләү буйынса «Театр кухняһы» бутафор цехының оҫталыҡ дәрестәрен ҡарарға була.
Был төндө тамашасылар өсөн фотозона ойошторола. Артистар менән төшкән фотоларҙы социаль селтәргә һалғанда #башдрам, #башдрамдыяратам хэштегтары менән билдәләргә кәрәк.
Буфетта башҡорт байҙары булып кейенгән актерҙар Ирек Булатов, Илсур Байымов, Хәким Мортазин һәм Юнир Ҡоланбаев театр мәрәкәләрен яратыусыларҙы «Ҡунаҡ ашы»на көтә. Улар ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләр, төрлө йырҙар йырлар һәм, әлбиттә, ҡурайҙа ла уйнар.
Киске сәғәт 8-ҙә театрлаштырылған тамаша башлана. Программала — театр актерҙары уйнаған фильмдарҙан, спектаклдәрҙән өҙөктәр, яратып тыңлаған йырҙар.
Театрлаштырылған тамашанан һуң тамашасыларға башҡорт драма театры актерҙары ҡатнашлығында ҡыҫҡа метражлы фильмдар тәҡдим ителә.
Театр музейында викторина үтә, ә дүртенсе ҡатта урынлашҡан кулуарҙа Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Эльвира Юнысова артистар һәм тамашасылар менән бергә яңы пьеса уҡый.
Бәләкәй залда Туфан Миңнуллиндың «Эҙләнем, бәғерем, һине» спектаклен ҡарарға мөмкин.
Проект етәксеһе — Башҡортостандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев.
http://www.bashinform.ru/news/1202879-v-teatralnuyu-noch-bashdramteatr-ugostit-zriteley-kotletami-po-gafarovski-i-tortom-kucheryavyy-khays/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика