08:11 (UTC+5), 29 Августа 2018

Өфөлә Милли симфоник оркестр 27-се миҙгелен аса

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың Милли симфоник оркестры республиканың барлыҡ театр-концерт учреждениеларынан алдараҡ яңы 27-се миҙгелен аса. Сара 30 августа«Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа.
«Симфоник миҙгелде августа асыу матур йолаға әүерелгән. Сентябрь башында беҙ балалар абонементы буйынса концерттар ҡуя башлайбыҙ, — тип хәбәр итте музыка бүлеге мөдире Эльмира Ишбулдина. — Киләһе миҙгел ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Республиканың 100 йыллығына арналған музыкаль фестивалгә әҙерлек бара. Унда танылған музыканттар, дирижерҙар ҡатнаша. «Квинта», «Балалар альбомы» кеүек популяр проекттар дауам итә».
Симфоник миҙгелде асыу өсөн Өфөгә Рәсәй музыканты, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Давид Ежов килгән. Әле репетициялар бара.
«Музыкант Өфөлә һәм беҙҙең оркестр менән тәүгә сығыш яһай. Ул Чайковскийҙың әҫәрҙәрен — 1-се Ҡыллы квартеттан Pezzocapriccioso һәм Andantecantabile башҡара», — тип хәбәр иттеләр коллективтың матбуғат хеҙмәтенән.
«Рәсәйҙең музыкаль йыйылмаһы» программаһы Санкт-Петербургтың Музыка йорто менән берлектә тәҡдим ителә.
Музыкант йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, уның исеме виолончель музыкаһын һөйөүселәргә яҡшы таныш. Яңыраҡ ул Һарытауҙа Святослав Кнушевицкий исемендәге IV Халыҡ-ара конкурста беренсе премияға һәм алтын миҙалға лайыҡ булды.
Программаның икенсе бүлегендә Мусоргскийҙың бар донъяға билдәле «Күргәҙмәнән картиналар» циклы һәм Рахманиновтың «Кенәз Ростислав» симфоник поэмаһы яңғырай. Дирижеры — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, оркестрҙың баш дирижеры Раушан Яҡупов.
http://www.bashinform.ru/news/1202842-v-ufe-natsionalnyy-simfonicheskiy-orkestr-otkryvaet-27-y-sezon/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика