05:33 (UTC+5), 28 Августа 2018

Мәскәүҙәге «Нәфис әҙәбиәт» нәшриәтендә Флүр Ғәлимовтың трилогияһы донъя күрҙе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙәге «Нәфис әҙәбиәт» нәшриәтендә башҡорт яҙыусыһы Флүр Ғәлимовтың «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы донъя күрҙе.
Өс романдан торған китап авторҙың үҙенең тәржемәһендә баҫылып сыҡҡан. Баҫманың тиражы — 1000 дана. Китапты Рәсәй китапханаларында һәм китап магазиндары кәштәләрендә күрергә мөмкин.
«Башҡорт авторҙарының әҫәрҙәре Мәскәүҙә 30 йылға яҡын баҫылғаны юҡ. Ошо тенденцияны еңергә, Рәсәй кимәленә сығырға кәрәклеге хаҡында күптән һөйләйем. Тәүге романымдың ҡулъяҙмаһын нәшриәт мөхәррире Алексей Гришановҡа ебәрҙем, ул китапты юғары баһаланы һәм баҫтырырға тигән ҡарар ҡабул итте. Икенсе һәм өсөнсө романдарҙы рус телендә сығарыуға ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә әҙерләргә тура килде», — тине Флүр Ғәлимов «Башинформ» агентлығына.
Яҙыусы һүҙҙәренсә, текст өҫтөндә тәжрибәле мөхәррир Виктор Бармин эшләгән. Күп кенә төҙәтмәләр буйынса йәнле фекер алышыу булған.
Июндә «Тән ғазабы» тигән беренсе роман «Юность» журналында баҫыла башланы, ул ноябргә тиклем сыға. Икенсе романды — «Йән ғазабы»н «Роман-газета»ла уҡырға мөмкин.
Флүр Ғәлимов — Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы, хикәйәләр, повестар, романдар һәм республика театрҙарында ҡуйылған бер нисә пьеса авторы. Ижадында яңылыҡҡа ынтыла. Популярлыҡ яулаған «Яңы башҡорт» романында башҡорт әҙәбиәтенә яңы тема һәм яңы герой алып килде.
«Аҙғын тәүбәһе» китабы авторҙың сюжет һәм тәьҫирлелек саралары өлкәһендә эҙләнеүҙәрен дауам итә. Флүр Ғәлимов китабының төп геройы — талантлы рәссам һәм эшҡыуар Салауат Байғазин. Китап геройҙың йәшәү мәғәнәһен һәм мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләүенә бағышланған.
2016 йылда «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы «Йәшлек» республика гәзитендә «Йыл әҫәре» тип танылды. Трилогия «Ағиҙел», «Бельские просторы» республика журналдарында, шулай уҡ «Китап» нәшриәтендә баҫылып сыҡты, уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын уятты һәм республика матбуғатында, радио-телевидениела резонанс тыуҙырҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1201933-v-moskovskom-izdatelstve-khudozhestvennaya-literatura-opublikovana-trilogiya-flyura-galimova/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика