11:07 (UTC+5), 27 Августа 2018

Башҡорт ҡурайсыһы Азат Биксурин Мәскәүҙә «Алтын көҙ-2018» ҡаҙаҡ мәҙәниәте фестивале лауреаты булды

Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡурайсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксурин Мәскәүҙә «Алтын көҙ-2018» ҡаҙаҡ мәҙәниәте фестивале барышында инструменталь музыка конкурсында беренсе премия лауреаты булды.
Проект Рәсәй Федерацияһы Президентының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты булышлығында уҙа. 2012 йылдан алып фестивалде «Мурагер» Мәскәү ҡаҙаҡ мәҙәниәте йәмғиәте» төбәк йәмәғәт ойошмаһы үткәрә.
Алты йыл эсендә фестиваль Рәсәй төбәктәрендә генә түгел, сит илдәрҙә лә йәштәр, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары, диаспора вәкилдәре, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, эксперттар, ғалимдар, уҡытыусылар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, этнографтар, фольклор коллективтары етәкселәре, халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре оҫталары, милли ижади һәм мәҙәни берекмәләр вәкилдәре араһында популярлыҡ яулап өлгөрҙө.
http://www.bashinform.ru/news/1201836-bashkirskiy-kuraist-azat-bikchurin-stal-laureatom-moskovskogo-festivalya-kazakhskoy-kultury-altyn-ku/
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика