07:42 (UTC+5), 24 Август 2018

Өфөлә илдәге иң ҙур музыкаль флешмоб — 1000 музыкант көнө уҙа

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 25 августа Өфөлә икенсе тапҡыр илдәге иң ҙур музыкаль флешмоб — 1000 музыкант көнө ойошторола. Уҙғарыу урыны шул уҡ — Өфө амфитеатры.
1000 музыкант көнөндә башҡарыу өсөн өс йыр һайланған: «Кино» — «Группа крови», Nirvana — Smells Like Teen Spirit, AC/DC — It's a Long Way to the Top.
Бынан тыш, көн дауамында ҡатнашыусылар уҙған йылдың рок-хиттарын уйнай (Joan Jett — I Love Rock N Roll һәм Blur — Song 2).
«Төп идея — Өфөнөң музыкаль ҡала һәм һәләтле кешеләрҙең күп икәнлеген күрһәтеү, — ти ойоштороусылар. — Быйыл Рәсәйҙең 30-ҙан ашыу ҡалаһынан 500-гә яҡын кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Ҡунаҡтарҙы сараның партнерҙарынан бүләктәр уйнатыу һәм оҫталыҡ дәрестәре көтә».
Ҡатнашыусылар һайлаған йырҙарҙың кавер-версиялары менән айырым йыйылма ҡаралған, улар быны алдан әҙерләй ала. Был мотлаҡ программа түгел. Башҡалар менән бергә теге йәки был композицияны башҡарырғамы, юҡмы – быны һәр ҡатнашыусы үҙе хәл итә. Шулай уҡ быйыл сараның төп сәхнәһендә йәш коллективтар сығыш яһай.
Ҡатнашыу өсөн биш төркөм һайлап алынғайны, уларҙың һәр береһе үҙе ижад иткән йырҙарын башҡара: Sahara Camels, Emigstation, 25 кадр, First Original Reason, Afalina Dreams.
24 августа көндөҙгө сәғәт 4-тә гитарасыларҙы һәм ударниктарҙы теркәү тамамлана. Вокалсылар ҡатнашыусы анкетаһын тултырмаһа ла килә ала, уларға майҙансыҡта йырҙың һүҙҙәре яҙылған брошюра таратыла.
Ҡатнашыусылар майҙансыҡҡа көндөҙгө сәғәт 2-гә саҡырыла. Тәүге синхронлы башҡарыу сәғәт 4-кә билдәләнгән. Сара киске 9-ға ҡәҙәр дауам итә.
Өфөлә флешмобты ойоштороусылар булып Business FM Өфө радиостанцияһы һәм «Өфө уттары» күңел асыу комплексы сығыш яһай. Баш ҡалабыҙҙа бындай сара тәүге тапҡыр 2017 йылдың 26 авгусында уҙғайны. Ул саҡта Өфө амфитеатрында 500-ҙән ашыу музыкант йыйылды. Барыһы ла синхронлы рәүештә билдәле хиттарҙы башҡарҙы. Бер көндә сараға мең тамашасы килде.
http://www.bashinform.ru/news/1201061-v-ufe-proydet-samyy-masshtabnyy-muzykalnyy-fleshmob-strany-den-1000-muzykantov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика