06:00 (UTC+5), 24 Августа 2018

Башҡортостанда «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә ауыл мәҙәниәт йорттары яңыртыла

Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә ауыл мәҙәниәт йорттары яңыртыла.
Туймазы районының Үрге Троицк ауыл мәҙәниәт йортонда «Берҙәм Рәсәй» партияһы проекты аша яңы заманса тауыш ҡорамалы һатып алынды. Учреждениеға матди-техник базаны нығытыу өсөн 150 мең һум аҡса бүленде.
«Яңы ҡорамал ауыл халҡының әүҙем мәҙәни-ял тормошон үҫтереүгә булышлыҡ итергә, уҙғарылған сараларҙың сифатын күтәрергә мөмкинлек бирергә тейеш», — тип билдәләнеләр Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә.
Ағымдағы йылда район ауылдарын төҙөкләндереүгә һәм социаль инфраструктураларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән 19 «реаль эш»те тормошҡа ашырыуға төбәк һәм урындағы бюджеттарҙан 7 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Бөгөнгә Кәлшәле ауылында һыу үткәргес селтәре торбаларын алмаштырыу саралары башҡарылған, Кәкребаш ауылындағы балалар баҡсаһында беседка ҡуйылған, райондың туғыҙ мәктәпкәсә учреждениеларында ремонт эштәре бара.
http://www.bashinform.ru/news/1200886-v-bashkirii-v-ramkakh-proekta-realnye-dela-obnovlyayutsya-selskie-doma-kultury/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика