04:13 (UTC+5), 23 Август 2018

Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы Тимербулат Кәримов Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Плёс ҡала биләмәһе Советы рәйесе һәм Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы Тимербулат Кәримов Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде.
Ул Рәсәйҙең тарихи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлау, арттырыу һәм популярлаштырыу буйынса әүҙем эшмәкәрлеге өсөн ошо наградаға лайыҡ булды. Тимербулат Кәримов Президентҡа ихлас рәхмәтен белдерҙе.
«Дуҫлыҡ ордены — минең өсөн генә түгел, ә бөтә командабыҙ һәм Плёста йәшәүселәр өсөн дә бик мөһим награда, — тип билдәләне Плёс ҡала биләмәһе Советы рәйесе. — Плёс — ижади ҡала, Левитан һәм Шаляпин ҡалаһы. Күсәгилешлелек аша беҙ ошо урындың үҙенә генә хас мөхитен һәм йәмен һаҡлап ҡалырға, шул уҡ ваҡытта уны ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн заманса һәм уңайлы итергә ынтылабыҙ. Бөгөн донъя кимәлендәге ҙур мәҙәни саралар ойошторолоуы арҡаһында Волга буйындағы бәләкәй ҡалабыҙ ватандаштарыбыҙҙы ла, сит илдәрҙәге рус мәҙәниәтен ихтирам итеүселәрҙе ҙә үҙенә тартып тора. Ил етәкселегенең ошо стратегияны хуплауы һәм юғары баһалауы беҙҙең өсөн бик мөһим!».
Награда минең олатайым — совет әҙәбиәте классигы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, бик күп хәрби һәм хеҙмәт наградалары, шул иҫәптән Халыҡтар дуҫлығы ордены квалеры Мостай Кәримдең 100 йыллығы алдынан айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә, тип тә өҫтәне Тимербулат Кәримов.
Дуҫлыҡ ордены — Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы. Президенттың 1994 йылдың 2 мартындағы указы менән булдырылған. Орден менән милләттәр һәм халыҡтар дуҫлығын һәм хеҙмәттәшлеген нығытыуға ҙур өлөш индергән, Рәсәйҙең иҡтисади һәм фәнни ҡеүәтен үҫтереүҙәге ҙур ҡаҙаныштар, милләттәр һәм халыҡтар мәҙәниәттәрен яҡынайтыу һәм үҙ-ара байытыу, дәүләттәр араһында тыныслыҡты һәм дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе нығытыу буйынса айырыуса емешле эшмәкәрлек өсөн бүләкләйҙәр. Быға тиклем, Советтар Союзында, Халыҡтар дуҫлығы ордены бар ине.
http://www.bashinform.ru/news/1200377-uchreditel-fonda-imeni-mustaya-karima-timerbulat-karimov-nagrazhden-ordenom-druzhby/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика