Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.04
-0.15
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Август 2018, 17:22

Өфөлә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале уҙа

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә 25-26 октябрҙә Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале уҙғарыла.
Башҡортостандан ҡатнашыусылар өсөн конкурстың һайлап алыу туры интернетта 1 сентябрҙә башлана һәм 15 октябргә тиклем дауам итә.
Бәйгелә ҡатнашыусылар бер видеороликта ике әҫәр: эпик материалды аутентик уҡыу, эпик материалды ижади уҡыу (стилләштереү, импровизация, яңғыҙ йәки ансамбль менән уҡыу) йәки автор әҫәрен тәҡдим итергә тейеш.
Милли кейемдең булыуы мотлаҡ, диалект һөйләштәрен ҡулланырға мөмкин, тип хәбәр итте ойоштороусылар.
Һайлап алыу турын үткәндәр Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә ҡатнаша.
Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале 2020 йылда Башҡортостанда уҙғарылырға тейешле Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек этаптарының береһе булып тора.
Тулыраҡ мәғлүмәт сараның рәсми төркөмөндә баҫылған.
http://www.bashinform.ru/news/1200786-v-ufe-proydet-vserossiyskiy-festival-skaziteley-sesenov/
Читайте нас: