12:58 (UTC+5), 22 Августа 2018

Владимир Спиваковтың скрипкасылар конкурсында ҡатнашыусыларҙың исемдәре билдәле булды

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Владимир Спиваковтың II Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсында ҡатнашыусыларҙың исемдәре билдәле булды.
Һайлап алыу йомғаҡтары буйынса «Vladimir Spivakov International Violin Competition» конкурсына 12 йәш музыкант үтте. Ҡатнашыусылар 15-26 йәштә. Улар:
Иссеи Курихара (Япония);
Мария Дуэньяс (Испания);
Федор Безносиков (Рәсәй, Мәскәү);
Степан Стариков (Рәсәй, Мәскәү);
Ким Юджин (Көньяҡ Корея);
Софи Рохлин (Израиль);
И Мин Mao (Ҡытай, АҠШ-та уҡый);
Анна Мильман (Испания);
Асия Ғарипова (Рәсәй, Өфө);
Ольга Голомовзюк (Рәсәй, Мәскәү);
Мерили Леотоотс (Эстония);
Деннис Гасанов (Рәсәй, Мәскәү).
Ҡатнашыусылар исемлегендә Башҡортостандан берҙән-бер вәкил — 22 йәшлек Асия Ғарипова. Әле Асия Александр Станг класы буйынса Санкт-Петербург консерваторияһының бишенсе курсында уҡый. Ҡыҙ Өфөләге Урта махсус музыка колледжын тамамлаған, бик күп халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты.
Бәйгенең иң йәш ҡатнашыусыһы — 15 йәшлек Мария Дуэньяс. Ул уҙған конкурсҡа ла ғариза биргәйне, ләкин йәше буйынса үтмәне.
Конкурс Өфөлә 17-21 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа. Беренсе премия — Риккардо Антониацци яһаған скрипка (1912 йыл, Милан), икенсе һәм өсөнсө премиялар — Жюль Гранджондың «XIX быуаттағы француз ҡыллы инструменттар хазинаһы» китабына индерелгән скрипкаһы һәм Игорь Улицкий яһаған скрипка (2017 йыл).
http://www.bashinform.ru/news/1200048-nazvany-imena-uchastnikov-konkursa-skripachey-vladimira-spivakova/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика