10:26 (UTC+5), 22 Августа 2018

12 сентябрҙә Өфөлә Театр төнө уҙа

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 12 сентябрҙә Өфөлә һәм Башҡортостан ҡалаларында Театр төнө уҙа.
Йыл һайын ойошторолған мәҙәни акция тамашасыларға театрҙың эске донъяһын күрһәтеүгә — яңы театр миҙгеленең серҙәрен асыуға, театр һөнәрҙәре, спектаклдәр ҡуйыу процесы менән таныштырыуға йүнәлтелгән. Йола буйынса, Театр төнөндә республиканың барлыҡ театрҙары ҡатнаша. Әле һәр театрҙа популяр акцияға әҙерлек эштәре ҡайнай.
М.Ғафури исемендәге Башҡорт театры быйыл «Башҡортостан» киностудияһы менән берлектә Кино-театр төнөн уҙғара. Башҡорт драма театрының акцияһы театр алдындағы майҙанда киске 7-се яртыла башлана.
Театрҙың матбуғат секретары Динара Ҡәйүмова һөйләүенсә, башҡорт режиссерҙарының фильмдарын һәм спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтеү, Анатолий Жучковтың күргәҙмәһе, тамашасылар менән уйындар, актерҙар менән осрашыуҙар ойоштороу ҡаралған, фотоға төшөү мөмкинлеге бар. Бәләкәй сәхнәлә «Эҙләнем, бәғерем, һине» спектакле ҡуйыла. Киске сәғәт 8-ҙә ҙур залда театрлаштырылған тамаша була. Шунан һуң пьесаны асыҡ уҡыу башлана.
«Рус театрында «Диңгеҙ круизы» исемле тамаша әҙерләйҙар. Театр бер кискә ҙур лайнерға әүерелә, беҙ дуҫтарыбыҙҙы саҡырып, улар менән яңы театр миҙгеле буйлап сәйәхәткә сығырбыҙ, — тине театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире Елена Попова. — Иғтибар итегеҙ, Театр төнөнә билеттар бушлай. Ләкин ошо кистә театрға килергә теләгәндәрҙең күп булыуына бәйле, бронь мөмкин түгел, ә бер кешегә ике генә билет бирелә».
Рус театрында акция киске 7-лә башлана. Театр төнөнә билеттарҙы театр кассаһында алырға мөмкин.
Тиҙҙән акцияның ентекле программаһы баҫылып сығасаҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1200169-v-ufe-teatralnaya-noch-sostoitsya-12-sentyabrya-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика