12:19 (UTC+5), 16 Августа 2018

«Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исеме бирелә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Республика алдында ҙур ҡаҙаныштары һәм махсус хеҙмәттәре булған кешеләрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм ололау буйынса Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы комиссия ултырышында «Башҡортостан» киностудияһына Әмир Абдразаҡовтың исемен биреү тураһында үтенес хупланды.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында асыҡлыҡ индереүҙәренсә, тап Әмир Абдразаҡов 1990 йылда киностудия ойошторған һәм уның беренсе директоры булған.
Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов — башҡорт актёры, сценарист һәм кинорежиссер. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2006). 1934 йылдың 15 ғинуарында Ырымбур өлкәһе Александровка районы Ҡәйепҡол ауылында тыуған. 1959 йылда А. В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр һәм сәнғәт институты (ГИТИС) ҡарамағындағы башҡорт студияһын тамамлаған (О. И. Пыжова һәм Б. В. Бибиков класы). 1959-1962 йылдарҙа — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия театрында актер. 1962 йылдан Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио тапшырыуҙары комитетында режиссёр булып эшләй. 50-гә яҡын телевизион фильм төшөргән, шул иҫәптән Башҡортостан телевидениеһында тәүге тапҡыр Я.Хамматовтың «Бөртөкләп йыйыла алтын» (1979) һәм Ғ. Ибраһимовтың «Кинйә» (1986) романдары буйынса күп сериялы нәфис телефильмдар.
2006 йылда Әмир Абдразаҡов «Һынмаҫ рух» документаль фильмы өсөн Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.
http://www.bashinform.ru/news/1198364-kinostudii-bashkortostan-prisvoyat-imya-amira-abdrazakova/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика