Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Август 2018, 09:05

Рөстәм Хәмитов «Росгосцирк»тың генераль директоры менән Өфө циркын төҙөкләндереүҙе тикшерҙе

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Рәсәй дәүләт цирк компанияһы»ның генераль директоры Дмитрий Иванов менән осрашты. Өфө дәүләт циркын реконструкциялау, төбәктә цирк сәнғәтен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.
– Шәмбе ҡала халҡы менән осраштым. Улар миңә «Цирк ҡасан төҙөкләндерелә?» тигән һорау бирҙе, – тине Рөстәм Хәмитов. – Шишәмбе һеҙҙең менән осрашам, шунан һуң яңыртылған циркты ҡасан күрһәтергә әҙер булыуыбыҙ хаҡында әйтермен тип яуапланым.
Дмитрий Иванов республика етәксеһенә цирк бинаһын өҫтәмә тикшерергә йүнәлтелгән финанс ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.
Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта артабанғы эштең түбәндәге варианты ҡарала. Экспертиза йомғаҡтары буйынса прокурор тикшереүе барышында асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн проект документацияһын әҙерләү башлана. Шул рәүешле киләһе йылда Өфө дәүләт циркын ваҡытлыса файҙалана башларға мөмкин. Шунан һуң бинаны реставрациялауға әҙерлек башланырға тейеш, сөнки ул мәҙәни мираҫ объекты булып тора. Эштәрҙең яҡынса хаҡы 970 миллион һум тәшкил итә.
– Был ҙур сумма, әлбиттә. Шуға ҡарамаҫтан, ул елләтеү, тамашасылар залындағы ултырғыстарҙы алмаштырыу, цирктың тышҡы йөҙөн һаҡлап ҡалыуға бәйле байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе күҙ уңында тота, – тип хәбәр итте Дмитрий Иванов. – Йәнлектәр өсөн бина ла әһәмиәткә эйә. Быға ҙур иғтибар бүләбеҙ, сөнки хайуандарыбыҙ, балаларыбыҙ кеүек үк, уңайлы шарттарҙа йәшәргә тейеш.
Тәҡдим ителгән вариант тормошҡа ашырылған осраҡта реставрациялау ваҡыты оҙаҡ йылдарға һуҙылыуы мөмкин, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
– Беҙгә капиталь хәл итеү варианты ҡулай булыр ине, 2020, күп тигәндә 2021 йылға яңы, һәйбәт, реставрацияланған цирк алырға теләр инек, – тине республика башлығы. – Был етди кешеләр өсөн һәйбәт бурыс.
Яҡтар Рәсәй Хөкүмәтенә һәм Рәсәй Мәҙәниәт министрлығына аҡса бүлеү һәм реставрацияны алдараҡ үткәреү тураһында тейешле хат менән мөрәжәғәт итергә һөйләште. Республика, үҙ сиратында, берлектә финанслау шарттарында ошо эштә ҡатнашырға әҙер.
– Бөгөн түбәндәге ҡарар ҡабул ителде: киләһе йылда беҙ ошо объект буйынса проект-смета документацияһын эшләйбеҙ. Йыл аҙағында иһә Баш дәүләт экспертизаһы ҡарары буйынса конкурс сауҙалашыуына тотонорға һәм реставрациялау эштәрен башларға тейешбеҙ, – тип һөйләне Дмитрий Иванов осрашыу йомғаҡтары буйынса. – Эш шунда: Өфө циркы мәҙәни мираҫ объекты булып тора. Беҙ унда реставрациялау эштәрен башҡарырға бурыслы. План буйынса 2020 йылдың аҙағында – 2021 йылдың башында яңыртылған Өфө циркын файҙаланыуға тапшырырға тейешбеҙ.
Осрашыу барышында цирк хеҙмәткәрҙәре өсөн ятаҡты ремонтлау мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө дәүләт циркы – «Рәсәй дәүләт цирк компанияһы» филиалы – 1968 йылдың ноябренән бирле эшләй. Был Башҡортостандың мәҙәни үҙәктәренең береһе һәм төбәк әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы. Бина ремонт-реставрациялау эштәрен башҡарыуҙы талап итә. Өфө дәүләт циркы федераль предприятиеның филиалы булғанлыҡтан, был мәсьәлә Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы кимәлендә хәл ителә.
http://www.bashinform.ru/news/1197481-rustem-khamitov-obsudil-s-generalnym-direktorom-rosgostsirka-rekonstruktsiyu-ufimskogo-tsirka/
Читайте нас: