05:13 (UTC+5), 14 Августа 2018

«Заман» төркөмө Нидерландта клип төшөргән

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙең «Заман» башҡорт этно-төркөмө быйыл йәй Нидерландта төшөрөлгән клип сығарҙы.
«Алға» йырын композитор Айҙар Хәмзин Фатима Янбаева һүҙҙәренә ижад иткән.
«Алға» — ғәмәлдәр ҡылыуға саҡырыу ул. Йәш, йөрәктә ялҡын бар саҡта маҡсаттарыңа һәм хыялдарыңа иреш — йырҙың мәғәнәһе шул, — ти музыканттар. — Клипты Ватт диңгеҙе буйында, Харлинген һәм Леуварден ҡалаларында ике көн эсендә төшөрҙөк. Клипта голландтарҙың йәшәү рәүеше сағыла — тәбиғи, гримһыҙ, макияжһыҙ һәм прическаһыҙ. Барыһы ла бик ябай. Унда нисек йәшәнек, кадрҙа ла шундайбыҙ».
Видео өҫтөндә режиссер Тимур Сәфиуллин һәм Ural Stars командаһы эшләгән.
«Бер нисә сәфәрҙән һуң клиптар идеяһы тыуҙы. Үҙебеҙ менән оператор алырға кәрәк икәнлеген аңланыҡ, сөнки беҙ - сит илдәрҙә башҡорт мәҙәниәтен популярлаштырыусы төркөм. Төрлө илдәрҙә башҡорт телендә клиптар төшөрөү символик мәғәнәгә эйә», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына төркөм етәксеһе Радмир Мөфтәхин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Нидерландта Мәскәүҙең «Заман» төркөмө «Liet International» халыҡ-ара конкурсының финалында ҡатнашты һәм иң яҡшы 5 коллектив иҫәбенә инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика