11:43 (UTC+5), 13 Август 2018

Өфө һәм Ҡазан театрҙары спектаклдәр менән алмаша

театрҙың матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ҡазан дәүләт йәш тамашасы театры Өфөгә гастролдәр менән килә.
18-20 сентябрҙә ҡазандар М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә сығыш яһай. Татарстан ҡунаҡтары алты: өс балалар һәм өс киске спектакль күрһәтә, тип хәбәр итте театрҙың матбуғат секретары Дарья Ольхова.
Ҡазандың йәш тамашасы театры тәҡдим иткән репертуарҙа уҙған гастролдәр ваҡытында Өфө халҡы яратып өлгөргән спектаклдәр ҙә, яңылары ла бар.
18 сентябрҙә тамашасылар А. Ғәҙелдең «Нескәбил» музыкаль әкиәтен һәм Б.Шоуҙың «Пигмалион, йәки бер бәхәс тарихы» популяр романтик комедияһын ҡарай ала.
19 сентябрҙә Р. Стивенсондың «Хазиналар утрауы» мажаралы мюзиклы һәм үткән миҙгелдең премьераһы - Н.Гоголдең «Танау» фантастик детективы тамашасылар хөкөмөнә сығарыла.
20 сентябрҙә өфөләр Ю.Богановтың «Йәшәртеүсе алмалар» музыкаль әкиәте менән таныша һәм А. Пушкин буйынса «Атыу тауышы» рус мәҙәниәте тураһында әңгәмәлә ҡатнаша.
М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры үҙ сиратында Ҡазанға 28-30 сентябрҙә бара. Был ике театр араһындағы тәүге алмаш гастролдәр түгел. Быға тиклемгеләре 2016 йылдың сентябрендә уҙғайны.
Гастролдәр «Балалар һәм йәштәр өсөн ҙур гастролдәр» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә ойошторола.
http://www.bashinform.ru/news/1196779-teatry-ufy-i-kazani-obmenyayutsya-spektaklyami/
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика