16:23 (UTC+5), 10 Августа 2018

Мостай Кәримдең 100 йыллығына уның тормошо һәм ижады тураһында документаль фильм төшөрөлә

http://mustai.ru/
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мостай Кәримдең 100 йыллығына уның тормошо һәм ижады тураһында документаль фильм төшөрөлә. Проект өҫтөндә М.Кәрим исемендәге фонд булышлығында «Оҫтахана» кинокомпанияһы (Мәскәү) эшләй. Әлегә уның исеме — «Мостай Кәрим. Тормошо һәм яҙмышы».
«Беҙҙең фильм — башҡорт яҙыусыһы Мостай Кәрим, уның тормошо һәм ижады хаҡында. Беҙ хәҙерге китап уҡыусыларҙа әҙиптең мираҫына ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға теләр инек. Уның менән таныш булған кешеләрҙән, дуҫтарының балаларынан интервью алабыҙ. Келәштә һәм Өфөлә төшөрҙөк тә инде», — тип хәбәр итте кинокомпанияның башҡарма продюсеры Кристина Геранина.
20-24 августа ижади төркөм йәнә Өфөгә килә. Кинокомпания хеҙмәткәрҙәре Мостай Кәрим әҫәрҙәренең сит телдәрҙәге төрлө баҫмаларын төшөрөргә һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана хеҙмәткәренән интервью алырға ниәтләй.
52 минутлыҡ фильмды 2019 йылда сығарыу күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1196084-k-100-letiyu-mustaya-karima-snimaetsya-dokumentalnyy-film-o-ego-zhizni-i-tvorchestve/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика