05:30 (UTC+5), 09 Август 2018

Республикабыҙ райондарының береһенә телевидение хеҙмәткәрҙәренең «һанлы десанты» төшә

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Бөгөн, 9 августа, Дыуан районының Мәсәғүт ауылына «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының «һанлы десанты» төшә. Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһы журналистары ауыл райондарында йәшәүселәрҙе һанлы телевидениеның үҙенсәлектәре менән таныштырыу өсөн республика район-ҡалалары буйлап турға сыға. 2019 йылдың ғинуарынан аналоглы телевидение яйлап бөтә башлай, шуға «һан»ға тоташырға кәрәк, тип хәбәр иттеләр «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһынан.
«Һанлы десант» составында ауыл халҡына билдәле тележурналистар һәм радио алып барыусылары Айгөл Кантюкова һәм Фирҙәт Ғәлиев бара. Урындағы артистар ҡатнашлығындағы байрамда «Рәсәй Башҡортостан» телеканалының ижади төркөмө эшләй. Әүҙем ҡатнашыусылар һанлы телевидениеға тоташыу өсөн приставка менән бүләкләнә. Төп приз — телевизор. Шулай уҡ башҡа бик күп бүләктәр һәм сюрприздар көтөлә. Байрам Мәҙәниәт һарайы янында киске сәғәт 5-тә башлана.
«Һанды ҡабыҙ!» акцияһы барышын «Рәсәй 1 Башҡортостан» һәм «Рәсәй 24 Башҡортостан» телеканалдарында «Хәбәрҙәр — Башҡортостан» программаһы эфирында күҙәтергә мөмкин. Ижади «һанлы десант» төшөүенең тулы версияһы — «Рәсәй 1» телеканалында «Хәйерле иртә, республика!» тапшырыуында.
http://www.bashinform.ru/news/1195320-v-selskiy-rayon-bashkirii-vysadilsya-tsifrovoy-desant-televizionshchikov/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика