10:39 (UTC+5), 09 Августа 2018

Башҡорт драма театрының 99-сы миҙгеле: тамашасыларҙы ниндәй премьералар көтә

Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма тетары труппаһы бөгөн йәйге ялдан һуң бергә йыйылды. Ижади составты Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев һәм Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы комитеты рәйесе Александр Кузьменко ҡотланы.
Театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов яңы, 99-сы миҙгелгә ижади пландар хаҡында һөйләне.
Режиссер Айрат Абушахманов Урал Ғәлиевтың «Тамамланмаған повес»ы өҫтөндә эшләй башлаған. Ошо көндәрҙә Азат Нәҙерғолов Сыңғыҙ Айытматовтың «Сыңғыҙхандың аҡ болото» әҫәренә тотона.
14 сентябрҙә Өфөгә яҡут режиссеры Андрей Борисов килә. Ул «Урал батыр» эпосы буйынса спектакле өсөн яуаплы. Проект 2018 йылда Башҡортостан башлығы грантына лайыҡ булды. Режиссер менән бергә шулай уҡ ҡуйыусы-рәссам, инсценировка авторы һәм костюмдар буйынса рәссам килә. Ижади төркөм дүрт көн эшләй. Репетициялар сентябрь аҙағында башлана.
«Андрей Борисов — ЮНЕСКО-ның Евразия халыҡтары эпостарын һаҡлау комиссияһы вәкиле. Ул Алтайҙа ошо эпос буйынса спектакль ҡуйҙы. Беҙҙә — «Урал батыр», Әрмәнстанда «Давид Сасунский»ҙы сәхнәләштерә. Эпостар буйынса әлеге спектаклдәр берләшмәһен халыҡ-ара кимәлгә тәҡдим итергә йыйына, был — ЮНЕСКО-ның ҙур программаһы», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Олег Ханов.
Яңы миҙгелдә балалар спектаклдәре өҫтөндә эш алып барыу ҙа күҙаллана. Театрҙа репертуар спектаклдәрен күрһәтеү 16 августа уҡ башлана.
Миҙгел асыу тантанаһы 4 октябргә билдәләнгән, Гүзәл Яхина романы буйынса «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле күрһәтелә.
Алдан хәбәр ителгәнсә, ноябрҙә театр ваҡытлыса Башҡорт опера һәм балет театрының Кесе залына күсенә.
http://www.bashinform.ru/news/1195553-99-y-sezon-bashdramteatra-kakie-premery-zhdut-zriteley/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика