03:39 (UTC+5), 08 Августа 2018

Телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы гранттарына 185 проект дәғүә итә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республиканың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы гранттарына дәғүә итеүгә һайлап алыуҙы 185 проект уңышлы үтте. Улар араһында — мәҙәниәт, мәғариф, спорт һәм йәштәр сәйәсәте, киң мәғлүмәт саралары, фән өлкәһендәге проекттар.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығына бөтәһе 325 ғариза килде. 31 июлдә – 1 августа Өфөлә Рафаил Шафиҡов рәйеслегендә Эксперт советы ултырышы булды. Совет һәр проектты гранттар тапшырыу тураһында тәртипкә тап килеү-килмәүен ҡараны. Совет ағазаларының конкурс материалдарын ҡарауы барышында 140 проект кире ҡағылды.
Һайлап алыуҙы үткән проекттар Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов етәкселегендәге конкурс комиссияһына тапшырыла. Комиссия ултырышы август уртаһында уҙа.
Үҙеңдең ғаризаңдың торошо тураһында Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы сайтында белергә мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1194657-na-granty-glavy-bashkortostana-na-sokhranenie-i-razvitie-yazykov-pretenduyut-185-proektov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика