09:01 (UTC+5), 07 Августа 2018

Стәрлетамаҡтың рус театры Макдонах фестивалендә «Матурлыҡ королеваһы»н күрһәтә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Стәрлетамаҡ ҡалаһының рус дәүләт драма театры Макдонахтың III театр фестивалендә ҡатнаша.
Театр «Матурлыҡ королеваһы» спектаклен күрһәтә, тип хәбәр итә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Пьеса быйылғы фестивалдә иң популяр тамашаларҙың береһе булмаҡсы. Тамашасылар уның Ҡаҙағстан, Сыктывкар, Иркутск, Стәрлетамаҡ театрҙары башҡарыуында дүрт вариантын ҡарай ала.
Мартин Макдонах — Британия-Ирландия кинорежиссеры, сценарист, продюсер һәм драматург. Махдонах фестивале 1-7 октябрҙә Пермдә уҙа. 2014 һәм 2016 йылдарҙа ойошторолған тәүге ике фестиваль төрлө ил театрҙарының билдәле ирланд Макдонах сәнғәтен популярлаштырыуға ҙур ҡыҙыҡһыныу белдереүен күрһәтте.
Быйыл фестиваль Пермдең «У Моста» театрының 30 йыллығына бағышлана һәм тағы ла үҙенсәлеклерәк булырға вәғәҙәләй. Фестиваль программаһында – яңы танылған ҡатнашыусылар. Европалағы легендар театрҙарҙың береһе, Чехиянан ČINOHERNÍ KLUB «Безрукий из Спокэна» һәм «Палачи» спектаклдәрен күрһәтә. Тап ошо театр һәм чех режиссеры Ондрей Сокол Европаға драматург Макдонахты асты ла инде. Румыниянан ACT Theatre «Человек-Подушка» пьесаһын килтерә.
Бынан тыш, фестиваль программаһында Рәсәйҙең төп театр тәнҡитселәренең лекциялары һәм режиссерҙарҙың оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.
http://www.bashinform.ru/news/1194493-russkiy-teatr-sterlitamaka-pokazhet-korolevu-krasoty-na-festivale-makdonakha/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика