Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Август 2018, 15:27

Журналистарҙы Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан «Алтын ҡурай» халыҡ-ара журналистар конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республиканың 100 йыллығы һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейы алдынан «Алтын ҡурай» халыҡ-ара журналистар конкурсы булдырылған.
Бәйгегә журналистарҙың эштәре (репортаж, мәҡәлә, очерк, интервью һәм башҡа материалдар) ҡабул ителә. Конкурсҡа ебәрелгән материалдар 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2019 йылдың 31 мартына тиклем матбуғатта, киң мәғлүмәт сараларының йәки мәғлүмәт агентлыҡтарының сайтында донъя күрергә, телерадиоэфирҙа яңғырарға тейеш. Бәйге номинацияларында редакцияларҙың ижади коллективтары ла, журналистар ҙа ҡатнаша ала.
Конкурс ҡурай тажы кеүек ете тема буйынса уҙғарыла.
«Үҙ еремдән уңдым... Һин мөғжизә, Башҡортостан!» — Башҡортостандың үҙенсәлекле тәбиғәт факторҙары, ҡурсаулыҡтар, популяр туристик маршруттар тураһында материалдар.
«Уралыбыҙ һәр саҡ мөһабәт булһын!» — Башҡортостандың Рәсәй төбәктәре, сит ил дәүләттәре менән иҡтисади бәйләнештәрен үҫтереү, иҡтисади һәм ғилми потенциал, республика предприятиеларының инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе тураһында материалдар.
«Рус түгелмен, ләкин Рәсәй кешеһе мин» — Башҡортостан халҡының башҡа халыҡтар менән дуҫлығы һәм хеҙмәттәшлек итеүе, йәмғиәттә этник-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр мәҙәниәтен һәм милләт-ара аралашыуҙы яйға һалыуҙы булдырыу хаҡында материалдар.
«Тыуған еремдең осраҡлы ҡунағы түгелмен» — Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижады һәм тормош юлы тураһында материалдар (1919-2005).
«Даһиҙар менән һоҡландым, ләкин көнләшмәнем…» — һөнәри эшмәкәрлектәрендә юғары үрҙәргә өлгәшкән һәм донъяла танылыу яулаған яҡташтарыбыҙ хаҡында материалдар.
«Әсәйем мине ҡулында бәүелтеп, ошо йырҙы йырлаған» — күп балалы ғаиләләрҙең традициялары, ғаилә ҡиммәттәре, Башҡортостандың ғаиләне һәм балалыҡты яҡлау буйынса иң яҡшы тәжрибәләре, социаль етемлекте иҫкәртеү тураһында материалдар.
«Аҡ ҡағыҙ һалам алдыма» — мәҙәниәт, фән һәм спорт өлкәһендәге йәш һәләттәр хаҡында материалдар.
Номинация еңеүселәре 100 мең һумлыҡ аҡсалата премия менән бүләкләнә.
Конкурсты ойоштороусылар — Рәсәй Журналистар союзы, Башҡортостан Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы, Мостай Кәрим исемендәге фонд, «Өфө» журналы редакцияһы. Конкурсты уҙғарыу тураһында мәғлүмәт «Өфө» журналының рәсми сайтында, конкурстың рәсми сайтында һәм Башҡортостан Журналистар союзы сайтында урынлаштырыла.
Документтарҙы 2019 йылдың 1 апреленә тиклем «Алтын ҡурай» конкурсы»тигән билдә менән 450079, Өфө, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 704-се бүлмә адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Электрон адрес: [email protected]. Белешмәләр өсөн телефон +7 347 273-99-90, +7917-444-03-56. Координаторҙар - Әлфиә Ибраһимова һәм Альбина Зубарева
http://www.bashinform.ru/news/1194000-zhurnalistov-priglashayut-k-uchastiyu-v-mezhdunarodnom-zhurnalistskom-konkurse-zolotoy-kuray-k-100-l/
Читайте нас: