10:29 (UTC+5), 03 Августа 2018

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблен кем етәкләйәсәге билдәле булды

Эдуард Дилмөхәмәтов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблен кем етәкләйәсәге билдәле булды. Кисә Өфөлә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы дәүләт учреждениелары етәкселәре вазифаларын биләүгә конкурс уҙҙы.
Конкурс йомғаҡтары буйынса директор вазифаһына быға тиклем директор урынбаҫары булып эшләгән Хәлимов Рәфис Иҙиәт улы еңеүсе булды. Унан алда коллективҡа бер нисә йыл буйына Башҡортостандың халыҡ артисы Филүс Ҡаҙаҡбаев етәкселек итте.
Конкурс комиссияһы ҡарары менән дүрт мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары етәкселәре үҙ урындарын һаҡлап ҡалды. Конкурс еңеүселәре:
– Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестрының художество етәксеһе вазифаһына – Яҡупов Раушан Әхмәт улы;
– Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры вазифаһына – Исмәғилев Рәис Абдрахман улы;
– Башҡортостан Милли әҙәбиәт музейы директоры вазифаһына – Моратова Гөлдәр Сабит ҡыҙы;
– Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры вазифаһына – Әлибәков Артур Айҙар улы.
http://www.bashinform.ru/news/1193224-stalo-izvestno-kto-vozglavit-ansambl-narodnogo-tantsa-im-fayzi-gaskarova-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика