05:30 (UTC+5), 02 Августа 2018

Башҡортостандан опера йырсыһын Сыңғыҙ Айытматов миҙалы менән бүләкләнеләр

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Опера йырсыһы, Башҡорт опера һәм балет театры солисы Любовь Буторинаны Сыңғыҙ Айытматов миҙалы менән бүләкләнеләр.
Награда сәнғәт, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә бирелә. Өфө йырсыһы бишенсе һан аҫтында наградланды.
Любовь Буторина Ҡырғыҙстандың халыҡ артисы Нурканбек Турсунбаев исемендәге беренсе «Йыр тулҡындары» халыҡ-ара йырсылар фестиваль-конкурсында жюриҙә эшләне. Конкурс Солпан-ата ҡалаһында Ҡырғыҙстандың Мәҙәниәт, мәғлүмәт һәм туризм министрлығы һәм Н.Турсунбаев исемендәге халыҡ-ара фонды булышлығында бөйөк ҡырғыҙ яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Сыңғыҙ Айытматов исемендәге «Рух-Ордо» мәҙәниәт үҙәгендә үтте.
«Фестиваль-конкурста жюри ағзаһы булырға саҡырыуҙы ҙур ҡыуаныс менән ҡабул иттем. Конкурс иҫ киткес матур урында, Ысыҡкүл буйында үтте. Сара бик һәйбәт итеп ойошторолғайны, унда иң көслө йырсылар ҡатнашты — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Любовь Буторина. — Әммә минең өсөн иң мөһим ваҡиға Сыңғыҙ Айытматов миҙалы менән бүләкләү булды. Был минең өсөн оло хөрмәт. Беҙ, СССР-ҙа үҫкәндәр, бала саҡтан уның әҫәрҙәрен һәм донъя әҙәбиәтенә индергән өлөшөн беләбеҙ».
Нурканбек Турсунбаев — күренекле ҡырғыҙ актеры, композитор, башҡарыусы һәм сәсән, ҙур билдәлелек яулаған һәм күптәр яратып тыңлаған 500-ҙән ашыу романс һәм йыр, оперетта һәм башҡа әҫәр авторы.
http://www.bashinform.ru/news/1192306-opernuyu-pevitsu-iz-bashkirii-nagradili-medalyu-chingiza-aytmatova/
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика