06:40 (UTC+5), 02 Августа 2018

Башҡортостанда Дим буйы йәштәренең йыйыны үтә

Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Дәүләкән районында 11 августа «Дим буйы йәштәре йыйыны»н уҙғарыу күҙаллана. Форум Яңы Яппар ауылы эргәһендә була. Уны Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты булышлығында Дәүләкән районы мөхтәсибәте, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзы һәм муниципалитет хакимиәттәре ойоштора.
Йыйындың маҡсаты - төрлө милләт һәм дин йәштәре өсөн берҙәм майҙансыҡ булдырыу, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе аһәңләштереү юлы менән йәш быуындың социаль берҙәмлеген нығытыу.
Сарала йәштәр араһында деструктив күренеш мәсьәләләре, йәш кешеләр менән тәрбиә биреү һәм иҫкәртеү эшенең юлдары күтәреләсәк. Был йүнәлештә власть, мәғариф органдарының, йәмәғәт ойошмаларының эш тәжрибәһе ҡараласаҡ.
Көндөң тәүге яртыһын йәштәр төрлө һүҙ көрәштереү майҙансыҡтарында үткәрә, ә икенсе яртыһында – спорт ярыштарында ярыша һәм күренекле ҡурайсы Роберт Юлдашев, йырсы Илгиз Абдрахманов, шағирә Лариса Абдуллина ҡатнашлығында байрам концертын ҡарай, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратында.
http://www.bashinform.ru/news/1192593-v-bashkirii-proydet-slyet-prozhivayushchey-v-uste-reki-dyemy-molodezhi/
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика