12:30 (UTC+5), 02 Августа 2018

«Арғымаҡ» башҡорт этно-рок төркөмө республика исеменән «Донъя музыкаһы» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Арғымаҡ» башҡорт этно-рок төркөмө республика исеменән Санкт-Петербургта III «Донъя музыкаһы» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша.
Йыл һайын уҙғарылған «Донъя музыкаһы» фестивале 11-12 августа Шереметьев һарайында — Музыка музейында була. Байрам Петербургтың ҡап уртаһында XVIII быуаттың үҙенсәлекле усадьбаһы биләмәһендә, тантаналар ихатаһында һәм Шереметьев һарайының концерт залында ойошторола.
Марафон Рәсәйҙән (Бүрәтстан, Башҡортостан, Карелия, илдең башҡа төбәктәре), Ҡаҙағстандан һәм Франциянан иң оҫта этно-музыканттарҙы йыя. Фестиваль геройҙары этно-рок һәм этно-электрон яңғырашта үҙ төбәктәренең традицион музыкаһын башҡарырға тейеш.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы хәбәр итеүенсә, «Арғымаҡ» 11 августа — Шереметьев һарайында, ә 12-һендә Фонтан баҡсаһында сығыш яһай. 2017 йылда «Донъя музыкаһы» фестивалендә Башҡортостан исеменән «Йатаған» этно-төркөмө ҡатнашҡайны.
Фестивалде ойоштороусы — донъялағы биш ҙур музыка ҡоралдары коллекцияһының береһенә эйә булған Санкт-Петербург театр һәм музыка сәнғәте музейы. Оҫталыҡ дәрестәре һәм ижади осрашыуҙар серияһында фестивалдә ҡатнашыусылар төрлө төбәктәрҙең традицион вокалы һәм морин хуур, думбыра, кобыз, саз, ҡурай, чанза һәм ятаге, соор һәм варган кеүек экзотик ҡоралдарҙа уйнау серҙәрен аса.
http://www.bashinform.ru/news/1192838-bashkirskaya-etno-rok-gruppa-argymak-predstavit-respubliku-na-mezhdunarodnom-festivale-muzyki-mira/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика