12:44 (UTC+5), 01 Август 2018

Республика уҡыусыһы «Яңы йондоҙ» бөтә Рәсәй йыр телешоуына һайлап алыу турын үтте

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.Башҡортостандан ун беренсе класс уҡыусыһы һайлап алыу турын үтеп, «Яңы йондоҙ» бөтә Рәсәй йыр телешоуының дүртенсе миҙгелендә ҡатнашырға хоҡуҡ алды. Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгуҙың тәҡдиме менән уҙғарылған конкурста илдең 85 төбәгенән башҡарыусылар сығыш яһай. Башҡортостан исеменән Благовещендан Ангелина Баталова ҡатнаша.
Ул музыка мәктәбен тамамлаған, биш йәшенән сәхнәлә. Профессиональ йырсы булырға хыяллана.
Телевизион шоуҙы ойоштороусылар яңы ҡатнашыусыларҙың исемдәрен иғлан итте. Тулы исемлек конкурстың «Бәйләнештә» селтәрендәге рәсми төркөмөндә баҫылған. Ҡатнашыусылар исемлегендә ул 85 кеше араһында 47-се булып тора.
«Яңы йондоҙ» бөтә Рәсәй йыр конкурсы — тарихта Рәсәйҙең барлыҡ 85 төбәге ҡатнашҡан тәүге музыкаль бәйге. Көслө йырсыларҙы Рәсәй тамашасыларының тауыштары һәм танылған эксперттарҙың фекерҙәре асыҡлай. Башҡарыусыһы финалға сыҡҡан һәм тамашасыларҙың иң күп тауышын йыйған төбәк еңеүсе була», — тиелә «Бәйләнештә» конкурс тураһында.
Төп бүләк – профессиональ үҫешкә финас ярҙамы.
http://www.bashinform.ru/news/1191827-vokalistka-iz-bashkirii-proshla-otbor-na-vserossiyskoe-vokalnoe-teleshou-novaya-zvezda/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика