05:50 (UTC+5), 01 Августа 2018

Өфөлә Санкт-Петербург балауыҙ һындары музейының күргәҙмәһе асыла

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың Милли музейында Санкт-Петербург балауыҙ һындары музейының күргәҙмәһе асыла.
Күргәҙмәлә 40-дән ашыу һын тәҡдим ителгән. Килеүселәр Рәсәйҙең һәм донъяның билдәле сәйәсмәндәрен, бөйөк ғалимдарҙы, сәнғәт эшмәкәрҙәрен, шоу-бизнес һәм кино йондоҙҙарын, йәнһүрәттәрҙәге популяр персонаждарҙы, шулай уҡ Гиннес рекордтар китабынан һындарҙы ҡарай аласаҡ. Китап биттәренән һәм телеэкрандарҙан сыҡҡан әкиәт геройҙары балаларҙы ҡыуандырасаҡ, өлкәндәрҙе балалыҡ иленә алып ҡайтасаҡ.
«Өфөлә Санкт-Петербург балауыҙ һындары музейы күргәҙмәһе уникаль. Төньяҡ баш ҡалала уларҙың үҙ оҫтаханаһы бар. Улар донъяла иң яҡшыларҙың береһе булып һанала. Белгестәрҙең һәр персонаж өҫтөндә ентекле эшләүе хайран ҡалдыра, сөнки ысын кешеләр һәм уйлап сығарған геройҙар менән оҡшашлыҡ иҫ киткес», — тип хәбәр иттеләр музейҙың матбуғат хеҙмәтендә.
Күргәҙмәлә селфи эшләргә рөхсәт ителә, әммә экспонаттарҙы ҡул менән тотоп ҡарарға ярамай. Бында яратҡан персонаж, кино кумиры йәки сәйәси эшмәкәр менән фото төшөргә була. Өфөләге күргәҙмә ғаилә менән ҡарау өсөн кәңәш ителгән.
http://www.bashinform.ru/news/1191805-v-ufe-otkryvaetsya-vystavka-sankt-peterburgskogo-muzeya-voskovykh-figur/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика