09:30 (UTC+5), 01 Августа 2018

Башҡорт театры тураһында «Ете ҡыҙ театры» фильмы Калифорниялағы кинофестивалдә еңеү яуланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.Салауат башҡорт драма театрының тарихы тураһында «Ете ҡыҙ театры» фильмы Benicia Film Festival кинофестивалендә (Бениш, Калифорния, АҠШ) еңеүсе булды.
Режиссер Кирстен Гайнеттың эше «Best Art in Film»/ «Сәнғәт тураһында иң яҡшы фильм» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды. Таҫманы ҡарау 2018 йылдың 1 сентябрендә Benicia Veteran’s Hall уҙа.
Ошондай тәьҫирле фильм - беҙҙең өсөн ҙур табыш, ти ойоштороусылар. Дипломдан тыш, еңеүсегә аҡсалата сертификат бирелә.
«Мин фильмды фестивалгә ебәреүҙе ябам һәм 1 сентябрҙә уны тыуған республикамдың тамашасылары ҡараһын өсөн интернетҡа һалам, —тип хәбәр итте Кирстен Гайнет. — Эшебеҙҙең һөҙөмтәләренә бик шатмын. Бер йыл эсендә фильм 10 награда алды һәм 23 фестивалдә (Ҡазан, Һиндостан, Төркиә, Америка) ҡатнашты. Финанс ярҙамынан тыш төшөрөлгән провинциаль башҡор театрының тарихы тураһында фильм сит ил һәм Рәсәй кинотамашасылары өсөн бик әһәмиәтле булды».
Кирстен Гайнет (Ғәйнетдинова) — режиссер, продюсер һәм оператор. Истанбулда йәшәй. «Ете ҡыҙ театры» фильмы сюжетының нигеҙендә — һуғышты кисергән, ләкин ҡыйыу һәм талантлы актрисаларҙың булыуы һөҙөмтәһендә һаҡланып ҡалған Салауат театрының тарихы. Режиссер фильм өҫтөндә ике йылдан ашыу эшләгән. Кадр артындағы текст авторы – режиссерҙың туғаны Эвита Гайнет.
http://www.bashinform.ru/news/1191993-film-teatr-semi-devushek-o-bashkirskom-teatre-pobedil-na-kinofestivale-v-kalifornii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика