12:51 (UTC+5), 31 Июль 2018

Телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы гранттарын алыуға 325 ғариза бирелгән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.Өфөлә эксперт советы республикалағы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы гранттарын алыуға ғаризаларҙы ҡарай.
Конкурсҡа бөтәһе 325 ғариза килгән. Әйтәйек, мәҙәниәт өлкәһендә 79 ғариза, мәғариф өлкәһендә — 130, спорт һәм йәштәр сәйәсәте өлкәһендә — 14, киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә — 64, фән өлкәһендә — 38.
Ҡатнашыусылар эшмәкәрлектең төп принциптары һәм комиссияның бурыстары тураһында Эксперт советы рәйесе Рафаил Шафиҡовты тыңланы һәм тапшырылған материалдарҙы ҡарай башланы. Эксперттар конкурс ғаризаларының грант биреү тәртибенә тап килеүенә баһа бирергә тейеш. Артабан ғаризаларҙы конкурс комиссияһы ҡарай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда республика башлығы Рөстәм Хәмитов ошондай проекттарға булышлыҡ итеү тураһында тейешле указ сығарғайны. Уның ҡушыуы буйынса Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы дәүләт ярҙамы сараларын биреү тәртибен әҙерләне. Грантҡа мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм төбәктәге халыҡтарҙың телдәрен, шулай уҡ республиканан ситтә башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү йәһәтенән эшмәкәрлек алып барған дәүләт һәм муниципаль унитар предприятиелары, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар дәғүә итә ала.
http://www.bashinform.ru/news/1191784-na-soiskanie-grantov-glavy-bashkortostana-na-sokhranenie-i-razvitie-yazykov-podano-325-zayavok/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика