07:40 (UTC+5), 30 Июля 2018

Баш ҡалала өсөнсө Евразия гуманитар форумы була

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Розалиә Вәлиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфөлә 21-23 сентябрҙә ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында мәҙәниәт һәм халыҡ ижады мәсьәләләре буйынса III Евразия гуманитар форумы үтә.
Тейешле бойороҡ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡҡан.
Форумды уҙғарыу урыны итеп Өфөләге Конгресс-холл билдәләнгән. Ойоштороу комитетына форум программаһын һәм саралар планын әҙерләргә ҡушылған.
Форум сит ил эштәре министры Сергей Лавровтың Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтары менән Евразия гуманитар хеҙмәттәшлек мәсьәләләре һәм 2020 йылда Башҡортостанда Бөтә донъя Фольклориадаһын уҙғарыуға әҙерлек буйынса протоколды ғәмәлгә ашырыу буйынса саралар сиктәрендә үтә.
2017 йылдың июлендә Өфөлә II Евразия гуманитар форумы уҙҙы. Ул саҡта һөнәри белем биреүгә, шул иҫәптән алдынғы технологиялар өсөн эшсе кадрҙар әҙерләүҙең өҫтөнлөклө бурыстарына арналды. Мәҙәни-ара диалогты үҫтереү һәм хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса I Евразия гуманитар форумы Башҡортостандың баш ҡалаһында 2016 йылдың майында үтте. Өфө ЮНЕСКО-ның уҡыусы ҡалалары глобаль селтәрендә Рәсәйҙең беренсе ағза ҡалаһы булды. Республикала 83 мәктәп «Ассоциацияланған ЮНЕСКО мәктәбе» исемен йөрөтә.
http://www.bashinform.ru/news/1190919-v-ufe-proydet-tretiy-evraziyskiy-gumanitarnyy-forum/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика