04:25 (UTC+5), 26 Июля 2018

Ҡытайҙа Рәмил Килмәмәтовтың «Башҡортостан – Рәсәй ынйыһы» фотокүргәҙмәһе асылды

БР Мәҙәниәт министрлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ҡытайҙың Цзянси провинцияһында Башҡортостандың халыҡ рәссамы Рәмил Килмәмәтовтың «Башҡортостан – Рәсәй ынйыһы» фотокүргәҙмәһе асылды. Проект мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты сиктәрендә ғәмәлгә ашырылды. Уны фоторәссам 2018 йылда алды. Экспозицияға 50 эш инә һәм улар республиканың традицион һәм заманса мәҙәниәте тураһында һөйләй.
Күргәҙмәне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов асты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың рәсми делегацияһы әле эш сәфәре менән Ҡытай Халыҡ Республикаһының Цзянси провинцияһында. Сәфәрҙең маҡсаты – хеҙмәттәшлекте нығытыу, Цзянси провинцияһының ҙур инвестиция проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙағы эшен һәм инвесторҙар, индустриаль парктар менән системалы эш ойоштороу тәжрибәһен өйрәнеү, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Белешмә.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә йыл һайын тапшырыла. Улар музыка, театр, педагогия, хореография, һәм һынлы сәнғәт, кинематография, архитектура һәм дизайн, музей һәм китапхана эше, художество кәсептәре, халыҡ ижады өлкәләрендә мәҙәни ҡиммәттәрҙе булдырыу, һаҡлап ҡалыу, арттырыу, таратыу һәм үҙләштереү, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының мәҙәни потенциалын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса ижади проекттарға ярҙам итеү өсөн ойошторолған.
http://www.bashinform.ru/news/1189926-v-kitae-otkrylas-fotovystavka-ramilya-kilmamatova-bashkortostan-zhemchuzhina-rossii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика