06:35 (UTC+5), 26 Июля 2018

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры Федор Волков исемендәге Рәсәй Хөкүмәте премияһы лауреаты булды

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры театр сәнәғәте үҫешенә өлөш индергән өсөн Федор Волков исемендәге Рәсәй Хөкүмәте премияһы лауреаты булды. Рәсәй Федерацияһы Премьер-министры Дмитрий Медведевтың ҡултамғаһы менән тейешле бойороҡ Рәсәй Хөкүмәте сайтында баҫылып сыҡҡан.
Йыл һайын өс Волков премияһы тапшырыла. Быйыл ул шулай уҡ «Тирмәкәй» Вологод өлкә ҡурсаҡ театрына һәм Әли Шогенцуков исемендәге Ҡабарҙы дәүләт драма театрының алдынғы драма артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының халыҡ артисы Кунь Жакамуховаға тапшырылды. Һәр премияға махсус бүләк, маҡтау дипломы һәм 100 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк инә.
Премия алыуға дәғүәселәр сифатында ижади эшмәкәрлеге профессиональ театр сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән провинциаль театрҙар, театр-тамаша ойошмалары һәм ижади хеҙмәткәрҙәр (артистар, художество етәкселәре, ҡуйыусы режиссерҙар, ҡуйыусы рәссамдар, ҡуйыусы балетмейстерҙар, ҡуйыусы биҙәүселәр, дирижерҙар) ҡарала. Шул уҡ ваҡытта бер үк театрға, ойошмаға йәки ижади хеҙмәткәргә премия бер тапҡыр ғына бирелә.
Белешмә. Федор Волков исемендәге премия 1999 йылда ойошторолған. Беренсе профессиональ театр булып 1756 йылдың 30 авгусында ойошторолған «Трагедия һәм комедия спектаклдәре өсөн рус театры» һанала. Ул Рәсәйҙең Император театрҙарына нигеҙ һалған, ә «беренсе рус актеры» итеп, рус театрын ойоштороусы булып иҫәпләнгән, Федор Волков тәғәйенләнгән.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены академия драма театры 1919 йылдың 4 декабрендә Стәрлетамаҡта ойошторолған. 2019 йылда Башҡорт драма театры быуат юбилейын билдәләй. Бер театр миҙгелендә бишәр-алтышар премьера спектакле сығарыу, йыл һайын ойошторолған гастролдәр, сәфәрҙәр, театр форумдарында ҡатнашыу – былар барыһы ла ҙур коллектив тормошоноң тартып алынмай торған өлөшө булып тора.
http://www.bashinform.ru/news/1189946-bashkirskiy-dramteatr-imeni-gafuri-stal-laureatom-premii-pravitelstva-rossii-imeni-fedora-volkova/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика