10:30 (UTC+5), 25 Июля 2018

Башҡортостандың Милли музейы ирекмәндәр менән хеҙмәттәшлекте нығыта

БР Милли музейы
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Бөгөн, 25 июлдә, Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Милли музейы һәм республика ирекмәнлек хәрәкәте һәм йәштәрҙең инициативаларына булышлыҡ итеү үҙәге стратегик партнерлыҡ тураһында килешеү төҙөнө.
Хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә республикала ирекмәнлек хәрәкәтен үҫтереү, мәҙәниәт, сәнғәт, мәғариф, шәхестең рухи үҫеше өлкәһендәге эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеү, ирекмәнлек ойошмаларының мәҙәниәт учреждениелары менән үҙ-ара эш итеү механизмдарын камиллаштырыу, балаларға һәм йәштәргә патриотик, рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүгә булышлыҡ итеү инде.
«Ирекмәндәрҙең Милли музей уҙғарған сараларҙа ҡатнашыуы ғәҙәти күренеш булып тора. Студенттарҙан һәм мәктәп уҡыусыларынан торған ирекмәндәр күп йылдар дауамында музей хеҙмәткәрҙәренә һәм унда килеүселәргә «Музейҙар төнө» кеүек эре сараларҙа һәм башҡаларҙа әүҙем ярҙам итә», — тип хәбәр итте Башҡортостандың Милли музейы генераль директоры урынбаҫары Сергей Севастьянов.
Милли музей һәм республика ирекмәнлек хәрәкәте үҙәге араһында хеҙмәттәшлектең яҡындағы пландары – берләштерелгән сараларҙы, проекттарҙы һәм программаларҙы ғәмәлгә ашырыу, музей һәм ирекмәнлек хәрәкәте үҙәге уҙғарған уртаҡ эштәр, баҫылып сыҡҡан мәҡәләләр, саралар тураһында мәғлүмәтте таратыуҙа бергәләп эшләү, уртаҡ мәғариф программаларында, семинарҙарҙа, конференцияларҙа һәм башҡа сараларҙа ҡатнашыу, уларҙы ойоштороуҙа ярҙам итеү.
http://www.bashinform.ru/news/1189634-natsionalnyy-muzey-bashkirii-ukreplyaet-sotrudnichestvo-s-volonterami/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика