11:15 (UTC+5), 19 Июля 2018

Республикала «Ҡош юлы» бард йыры фестивале еңеүселәрен иғлан иттеләр

БР Мәҙәниәт министрлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда Әбйәлил районында үткән «Ҡош юлы-2018» республика бард йыры фестивале еңеүселәрен иғлан иттеләр. Учалынан Сәмиғулла Лоҡманов Гран-при яуланы. Илнур Ғәниев, Нәғим Шәрипов һәм Таһир Мирсәйетов I, II һәм III дәрәжә лауреаттары булды. Быйыл фестиваль башҡорт шағиры Рәйес Түләковтың (Рәйес Түләк) ижадына арналды.
Фестиваль сиктәрендә шиғри конкурс ойошторолдо. Был номинацияла Ғәзиз Әбделманов Гран-приға лайыҡ булды. Ләйсән Сәлимова, Илһам Аслаев һәм Гүзәл Батталова икенсе урынды бүлеште. Миләүшә Һатыбалова һәм Раушания Хазиева өсөнсө урын яуланы.
Нәркәс Ҡәйепҡолова «Өмөт» номинацияһында еңеүсе булды. Балалар араһында Зилиә Буранбаеваның, Руфина Лоҡманованың һәм Гөлназ Ишемғужинаның сығыштары иң яҡшылары тип танылды.
Етенсе «Ҡош юлы» фестивале бер майҙанда 30-лаған башҡарыусы авторҙы һәм шағирҙы йыйҙы. Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Әбйәлил районы хакимиәте, «Башҡортостан журналдары» - «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто филиалы.
http://www.bashinform.ru/news/1187707-v-bashkirii-nazvany-pobediteli-festivalya-bardovskoy-pesni-kosh-yuly/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика