04:55 (UTC+5), 19 Июля 2018

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль Мәскәүҙә Рәсәй халыҡтарының юбилей конгресында сығыш яһай

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Был көндәрҙә Мәскәүҙә йылдың иң ҙур ваҡиғаларының береһе – «Халыҡтар дуҫлығы — Рәсәй берҙәмлеге» Рәсәй халыҡтары конгресы үтә. Сара Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының 20 йыллығына арналған. Конгресс сиктәрендә Евразия халыҡтары ассамблеяһының генераль советы ултырышы һәм «Беҙ — рәсәйҙәр» форумы уҙа.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, юбилей тантанаһының гала-концертында Башҡортостандан Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһай. Коллектив Фәйзи Ғәскәров ҡуйған «Беҙҙең байрам» башҡорт бейеүен һәм Рәсәй халыҡтарының «Берҙәм ғаиләлә» бейеүҙәр сюитаһын башҡара.
Конгресс сиктәрендә сарала бөтә төбәктәрҙән милли ижтимағи берләшмәләр лидерҙары һәм активистар – Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәләре, федераль милли-мәҙәни автономиялар, төбәк-ара һәм дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмалары, шулай уҡ бөтә кимәлдәге йәмәғәт палатары, төбәк һәм федераль власть органдары, ғилми һәм эксперт берләшмәләр, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.
http://www.bashinform.ru/news/1187602-ansambl-imeni-fayzi-gaskarova-vystupit-na-yubileynom-kongresse-narodov-rossii-v-moskve/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика