11:25 (UTC+5), 19 Июля 2018

«Ҡалдырма, әсәй!» китабы авторы Айгиз Баймөхәмәтов яңы китап сығарҙы

Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфөнөң «Инеш» нәшриәтендә башҡорт яҙыусыһы һәм журналист Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡыҙыҡ был тормош...» исемле яңы китабы сыҡты. Уға билдәле замандаштар тураһында лаҡаптар, көлкөлө хикәйәләр, шулай уҡ яҙыусының шәхси архивынан фотолар ингән. Баҫманың тиражы – ике мең дана.
Беренселәрҙән булып «Ҡыҙыҡ был тормош...» йыйынтығын Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай уҡыны. Ул йәш авторҙың яңы китабы республиканың әҙәби тормошонда ҡыуаныслы күренеш булыуын билдәләне. Үҙенең ижады менән Айгиз Баймөхәмәтов башҡорт прозаһы оҫтаһы Рәшит Солтангәрәевтың традицияларын дауам итә, тип иҫәпләй шағир.
Башҡорт яҙыусыһының яңы эше тураһында күренекле йырсы шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рәмил Сурағол да үҙ фекерен белдерҙе. «Айгиз менән бер нисә тапҡыр сит илдә командировкала булдым. Уның менән һәр саҡ күңелле: ул ҡыҙыҡлы әңгәмәсе, юмор тойғоһона эйә кеше. Иң ауыр һынауҙарҙы үтеп тә, егеттең оптимизмды юғалтмауы һәм күп нәмәгә йылмайыу менән ҡарауы ҡыуаныслы», — тип билдәләне авторҙың фекерҙәше.
Яҙыусы был юлы уҡыусыны көлдөрөргә булыуын билдәләне. Сөнки күп кенә уҡыусылар уның әҫәрҙәрен күҙ йәше түгеп уҡығанын яҙа.
Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты. Балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренең тормошо тураһында «Ҡалдырма, әсәй!» китабы ҙур билдәлелек килтерҙе. Китап рус, сыуаш, татар, ҡаҙаҡ, азербайжан телдәренә тәржемә ителгән, шулай уҡ Рәсәйҙең милли яҙыусылары баҫмалары араһында иң күп тиражлы булып тора.
http://www.bashinform.ru/news/1188018-avtor-knigi-ne-ostavlyay-mama-aygiz-baymukhametov-vypustil-novuyu-knigu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика