Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.5
+0.04
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Июль 2018, 12:50

Илдар Абдразаҡов Красноярскиҙа «Хворостовский һәм дуҫтары – балаларға» хәйриә концертында сығыш яһай

ddd.care сайты
ddd.care сайты
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Красноярск крайы хөкүмәте һәм губернаторы булышлығында Дмитрий Хворостовскийҙың ғаиләһе һәм дуҫтары ойошторған «Хворостовский һәм дуҫтары – балаларға» хәйриә концерты 26 августа Красноярскиҙа уҙа. Донъя опера сәхнәһе йондоҙҙары ҡатнашлығында бындай форматтағы концерт Красноярскиҙа тәүгә була.
Донъя Дмитрий Хворостовскийҙы юғалтҡандан һуң ярты йылдан ашыу ваҡыт үтте. Ул - бөйөк опера йырсыһы, үҙенә ярҙамға мохтаж бик күп бала яҙмышын һыйҙырған ҙур йөрәкле кеше. Артист ҡына түгел, «Хворостовский һәм дуҫтары – балаларға» проектын ойоштороусы ла.
«Хворостовский һәм дуҫтары – балаларға» хәйриә концерты тәүге тапҡыр 2014 йылда Мәскәүҙә үтте. Тағы ла берәүһе бер йылдан Өфөлә булды, унда ауырыу балаларға ярҙамға 20 миллион һумдан ашыу аҡса йыйылды. Был концерттарҙы Дмитрий Хворостовский, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы балаларҙың хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов һәм Русфонд ойошторҙо.
Һуңынан Дмитрий Хворостовскийҙың хәләл ефете Флоранс был башланғысты бөйөк баритондың тыуған төйәгендә дауам итергә тәҡдим итте – Дмитрий тыуған Красноярскиҙы үҙенсәлекле «себер рухы», яҡташтарының киң күңелле булыуы өсөн яратты.
26 августа Дмитрий Хворостовскийҙың ғаиләһе һәм дуҫтары Красноярск крайы хөкүмәте менән берлектә һәм Русфонд ҡатнашлығында «Хворостовский һәм дуҫтары – балаларға» хәйриә концерты ойоштора. Ул уҙған йылдың июнь айында Дмитрий Хворостовский Рәсәйҙә һуңғы концертын биргән Красноярск филармонияһының Ҙур концерт залы алдындағы майҙанда үтә.
Концертты ойоштороусылар хәбәр итеүенсе, унда донъя опера сәхнәһенең алдынғы солистары – Дмитрий Хворостовскийҙың дуҫтары: Илдар Абдразаҡов, Хибла Герзмава, Стивен Костелло, Айгөл Әхмәтшина, Борислав Струлев ҡатнаша. Концерт Красноярск академия симфоник оркестры оҙатыуында уҙа, был көндө пульт артына Дмитрий Хворостовскийҙың дуҫы Константин Орбелян баҫа – ул йырсының байтаҡ сығыштарын оҙатҡан.
Шулай уҡ концерт программаһында Красноярск крайының йәш таланттары – Д.А. Хворостовский исемендәге Красноярск опера һәм балет театры солистары — Дарья Фролова, Севастьян Мартынюк, Денис Гречишкин, Павел Анциферов һәм бөйөк себер йырсыһы тамамлаған Красноярск сәнғәт институты студенттары ҡатнашасаҡ.
Концерт ваҡытында Тыныслыҡ майҙанына инеү ирекле. Сәхнәнең ҡаршыһына айырым ҡунаҡ зонаһы ойоштороласаҡ. Унда билет хаҡы 10 мең һумдан башлана. Һәр кем әле уҡ хәйер-саҙаҡа бирә ала, бының өсөн ҡыҫҡа 3434 һандарына ДХ хәрефтәренән һуң буш урын ҡалдырып сумманы яҙып, смс-хәбәр ебәрергә кәрәк. Билет һатыуҙан һәм СМС-хәбәрҙән кергән аҡса Дмитрий Хворостовский исемендәге хәйриә фондына Русфонд һәм «Бәхетле балалар» Красноярск хәйриә фонды тәрбиәләнеүселәренә ярҙамға күсереләсәк.
Хворостовскийҙың «Бергәләп балалар өсөн» һүҙҙәрен ҙур концертты ойоштороусылар һәм унда ҡатнашыусылар девиз итеп алды.
http://www.bashinform.ru/news/1187324-ildar-abdrazakov-primet-uchastie-v-blagotvoritelnom-kontserte-khvorostovskiy-i-druzya-detyam-v-krasn/
Автор:Әлим Фәйезов
Читайте нас: